Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында йәшәгән Ибраһимовтар ғаиләһе егерме биш йылдан ашыу инде еләк питомнигында шөғөлләнә. Шәрбәт еләкте ҡарау, үрсетеү тураһында улар бөтөнөһөн дә белә, бар нескәлектәрен өйрәнгәндәр. Эре һәм тәмле еләк һатып алыу ниәтенән Ибраһимовтарға район һәм республиканан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә киләләр.
Был питомникка Рафаэль Ибраһимов нигеҙ һалған. Колхоз тарҡалғас, урман янындағы сөгөлдөр баҫыуын ҡуртымға алып, агроном Рафаэль ағай үҙ эшен башларға була. 1994 йылда һалынған питомник емешенән уңышты улар дүрт йыл үткәс кенә ала башлай. Ҡатыны Зәһинә апай ағайҙың төп терәге, ярҙамсыһы була. Ибраһимовтар тәүҙә дүрт гектар ер ала. Әлеге мәлдә уларҙың 12 гектар ере бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рафаэль ағай ғына юҡ. Ауыр сир уңған хужаны алып китә. Диагнозы билдәле булғас, Рафаэль ағай улдарын саҡырып, питомникты һаҡларға һәм киңәйтергә тигән васыятнамә әйтеп ҡалдыра.
– Тормош иптәшемдең әйткән һүҙен тотабыҙ. Улдарым Илнур менән Илшат тырышып эшләй, ә мин уларға ярҙам итәм. Быйыл еләктең килоһын 220-шәр һумға һаттыҡ. Башҡа райондар менән сағыштырғанда, хаҡы түбән. Еләктең сорты – “Елизавета”. Иң тәмле, эре еләктәрҙең береһе ул, шуға күрә кеше күпләп килә лә инде. Ул йәй буйы, йәғни көҙгә ҡәҙәр уңыш бирә. Тағы ла был сорт үҙенең әрһеҙ булыуы менән отошло. Ул һалҡынға ла, эҫегә лә бирешмәй. Ҡышты ла яҡшы кисерә. Ете-һигеҙ йыл буйы эре еләк алабыҙ, – тип һөйләй Зәһинә апай.
Ибраһимовтарҙың баҫыуҙағы эше иртә яҙҙан башлана ла ҡара көҙгә тиклем дауам итә. Еләктән тыш, бында ҡурай еләге, ҡара ҡарағат үҫтерәләр. “Быларҙың барыһы ла бешә башлаһа, питомник һабантуй майҙанын хәтерләтә”, – тип көлә хужалар.