Етемлек ғазабын бик иртә татыныҡ
...Мин ғүмер юлымды биш йәшлек сағымдан иҫләйем. Атайым Хажиәхмәт – башланғыс кластар уҡытыусыһы, әсәйем Миңлеямал – йорт хужабикәһе. Ғаиләлә әлегә өс бала: ике ағайым һәм мин (1932 йылда тыуғанмын).
Ул осорҙа беҙ Ишембай районының Алатана тигән ауылында йәшәй инек. 1937 йылда атайымды Маҡар ауылына эшкә тәғәйенләйҙәр. Август айында бар мөлкәтебеҙҙе арбаға тейәп, юлға сыҡҡанбыҙ...
Иртәнсәк уянһам, беҙ ят өйҙә, усаҡта ут яна, ниндәйҙер ике ят ҡыҙыҡай баҫып тора. Атайым торған, ағайҙарым йоҡлай, мин аптырап ҡарап ултырам. Атайым: “Беҙ Маҡар тигән ауылда. Әсәйегеҙ Петровскийҙа ҡалды. Ҡустығыҙ тыуҙы. Ә былар – күрше ҡыҙҙар Яңалсын менән Миңлебикә булыр, бергәләп уйнарһығыҙ”, – тип таныштырҙы.
Күпмелер ваҡыттан һуң, йәш сабый – ҡустыбыҙ менән әсәйем ҡайтты. Беҙ үҙебеҙгә тәғәйен йортта йәшәй башланыҡ.
Атайым Маҡар ауылының уртаһында, ике ҡатлы кирбес бинала урынлашҡан мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Миңә бишенсе йәш, атайҙан ҡалмай, уның менән мәктәпкә йөрөйөм. Ул саҡта хәрефтәр латинса ине, уларҙы өйрәндем. Балалар ҡул күтәрһә, улар ыңғайына: “Ағай, мин әйтәм”, – тип ултырыуым әлегеләй хәтерҙә.
Заманы шулай булғандыр – уҡытыусыларҙы бер урында ике йылдан артыҡ эшләтмәгәндәр. Беҙҙе күрше Ибрай ауылына күсерҙеләр. Атайымды шул ауылға парторг итеп һайлағандар. Тик 1941 йылда ҡәһәрле һуғыш башланды. Беҙ, бала-саға, баҫыу ҡапҡаһын асыу-ябыуҙан бушамайбыҙ. Ирҙәр, ағайҙар Петровскийға (район үҙәгенә) комиссияға бара ла кире ҡайта.
1942 йылда атайым ауырып китеп вафат булды. Беҙ атай-әсәйебеҙҙең тыуған ауылы Түбәнге Әрметкә күсеп ҡайттыҡ. 1942 йылда Ғариф ағайым һуғышҡа китте.
1943 йыл. Ауылда ирҙәр юҡ. Бөтә эш ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, бала-сағаға ҡалды. Эше – эш, тик аслыҡ ныҡ үҙәккә үтте. Әсәйем, ҡатын-ҡыҙҙар менән һөйләшеп, ҡайҙалыр сығып китә, баҡтиһәң, улар башаҡ, ағас ҡайырыһы, тағы ла нимәләрҙер йыйырға йөрөй икән. Тик йәшел үләнгә тиклем аслыҡ бигерәк ныҡ бөктө. Аслыҡтан бәләкәй һеңлебеҙҙе юғалттыҡ... Үлеүселәр күбәйҙе. Мине “мәскәүский” бер йәш мәрйә апайға атламаған, мүкәйләп кенә йөрөгән балаһын ҡарарға биргәйнеләр. Асҡа үлмәһен тигәндәрҙер инде. Алатананың урыҫтар йәшәгән Забельский тигән яғында фатирҙа йәшәгәндә урыҫ балалары менән уйнай инем, шуға күрә бер аҙ русса һөйләшә белгәс, шул эвакуацияланған мәрйә апайҙа бала ҡарап йөрөнөм. Тик бер ваҡыт, тышҡа сыҡҡан арала, сабый һикенән йығылып төшкән. Әсәһе ҡайтҡас, мине әрләп ҡыуып сығарҙы. Аҙаҡтан әсәйемә килеп, мине яңынан саҡырған, ҡасып ҡалдым, ҡабат барманым.
...Йәшел үлән – кесерткән, алабута күренде. Тик әсәйем ауырып китте лә июнь айында мәрхүмә булды. Беҙ үкһеҙ етем ҡалдыҡ.
13 йәшлек ағайымды колхозға эшкә әйттеләр, ә мин энем менән өйҙә ҡалдым. Әлдә эргәбеҙҙә генә атайымдың бер туған ағаһының ҡатыны Хөсниямал әбей йәшәй ине. Ул хеҙмәт армияһынан ҡайтҡан Шөғәйеп бабай менән бергә торҙо. Бабай баҫыу ҡарауылсыһы ине. Һыйыр аҫрайҙар. Улар беҙҙе һыйыр ағынан өҙмәй, һөтөн-ҡатығын биреп, астан үлтермәнеләр. Йәндәре ожмахта булһын.
Етемдәр беҙ генә түгел, өй һайын ине. Буш өйҙәр ҙә күп булды. Июнь аҙағында беҙҙе, 9–12 йәштәрҙәге өс ҡыҙҙы, ике малайҙы һуғыштан яраланып ҡайтҡан бер ағай, ат егелгән арбаға ултыртып, ҡайҙалыр алып китте. Үҙе юлда: “Урман-Бишҡаҙаҡ тигән ауылға барабыҙ”, – тип һөйләнде. Юл бик оҙон булды. Бик күп ауылдар аша үттек, береһендә туҡтап йоҡланыҡ. Килә торғас, урман аша ҡалҡыулыҡтан бер ауыл күренде. Ағай: “Ана, беҙ барасаҡ Урман-Бишҡаҙаҡ ауылына етәбеҙ”, – тигәс, ҡалҡыулыҡтан түбәнгә күҙ һалдыҡ. Унда йәм-йәшел урман эсендә 30-35-ләп һалам башлы өйҙәрҙән торған утар күренде, өс-дүрт ҡабыҡ башлыһы ла бар ине. Арыраҡ, оло юл яғында һайғауҙар менән кәртәләп алынған ҙур ғына бинаны ла күрҙек.
“Килеп еттек”, – тине ағайыбыҙ. Бында Рәхим Тажиев тигән ағай директор булып эшләй икән. Килеп төшкәс тә, беҙҙе ашханаға ебәрҙе. Юлдан арып, йонсоп, асығып килгән ябыҡ ҡына бала-сағаны күргәс, йәлләгәндер инде. Килгән урыныбыҙ балалар йорто ине. Бөтәбеҙҙе лә бында алып ҡалдылар. Беҙ, бергә килгән бишәү, бер туғандай булып, осрашҡан һайын илашып ала инек. Унан өйрәнеп киттек.
Урман-Бишҡаҙаҡ әле лә күңелдә иң яҡын урын булараҡ һаҡлана. Ауылда мал-тыуар юҡ, тирә-яҡ йәм-йәшел. Уның ҡыуаҡлығында ниндәй генә үҫемлек үҫмәй: балтырған, ҡуянтубыҡ, әсе йыуа, ҡаҡы, көпшә һәм башҡалар. Тәрбиәселәребеҙ менән төрлө үлән йыйып, ашханаға тапшыра инек. Унда эшләгән ашнаҡсыларыбыҙ – Елена, Хәсби апайҙар – уларҙы бешерә. Ашханалағы ике ҙур ҡаҙан эргәһе үлән һурпаһынан йәм-йәшел төҫкә әйләнгәйне.
Торатау тураһында нимә яҙһаң да, әҙ булыр кеүек. Уның тирә-яғы сейәлек ине. Ошоғаса мин сейәнең ни икәнен дә белмәнем. Ул емештең беҙҙең өсөн нимә булғанын әйтеп тә, яҙып та аңлата алмам. Ас йөрөгән бала-сағаға тап сейә йәшәргә көс бирҙе. Торатау башындағы сөсө йыуа ла шифалы дауа ине.
Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында миңә биш йыл йәшәргә насип булды. Уның тураһында тик йылы хәтирәләр һаҡлайым. Ауыл уртаһынан матур шишмә аға. Бер яғында – башҡорттар, икенсеһендә сыуаштар йәшәй. Ауылда башланғыс мәктәп эшләй. Ул ике бүлмәле бер йортта, элгәре берәй хәлле кешенең өйө булғандыр инде. Бер яғында – I – III кластар, икенсе яғында II – IV-тәр уҡый.
Бына IV класты тамамланым. Артабан балалар йортондағы ҡыҙҙарҙы Мәскәү өлкәһендәге Иваново, Струнино ҡалаларына оҙаталар, малайҙарҙы Ишембайға һөнәрселек училищеһына, ФЗО-ға ебәрәләр. Беҙҙе, биш-алты ҡыҙҙы, Стәрлетамаҡтағы бер заводҡа алып барҙылар. Беҙ ни, үҙебеҙ ябыҡ, үҙебеҙ бәләкәй булғанбыҙҙыр, завод хужалары: “Беҙгә бала-саға кәрәкмәй, эшселәр кәрәк”, – тип кире ҡайтарҙы.
Бәхетебеҙ булғандыр – Урман-Бишҡаҙаҡта V класс асылды. Рус теленән Фаина Ғәни ҡыҙы, математиканан Миңлебай Ғәни улы (һуғыштан яраланып ҡайтҡан) Ҡотлоғужиндар уҡытты. Ә башҡорт теленән һәм тарихтан педучилищены яңы тамамлаған Мәрйәм апай Халиҡова белем бирҙе. Дәреслектәр, дәфтәрҙәр юҡ. Иҫке китап битендәге юлдар араһына яҙабыҙ, ҡараны ауыл ҡыҙҙары “имән алмаһынан эшләнек” тип килтерә ине.
Урман-Бишҡаҙаҡтағы осорҙа илебеҙ күргән ҡәһәрле һуғыш михнәттәрен – аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күрҙек, кисерҙек. Ир-ат юҡ, халыҡта мал-тыуар ҙа юҡ.
1944 йыл бик ауыр килде. Ауылда ла, балалар йортонда ла тиф (бет тифы), зәңге бик күп ғүмерҙәрҙе ҡыйҙы. Астан үлеү етмәгән, күп балалар изоляторҙа ауырып ятып йән бирҙе. Зәңге сире хәтәр нәмә икән. Әрметтән бергә килгән ҡыҙ ауырығас, тәрбиәселәрҙән рөхсәт һорап, эргәһенә индем. Уны танырлыҡ түгел, ауыҙы асыҡ, тештәре ыржайып сығып тора, ҡот осҡос. Үлгәндәрҙе санаға һалып, септә менән ябып алып киткәндәрен ҡарап ҡалабыҙ. Ҡыш ҡәбер ҡаҙырға ер туң, ҡаҙыусылар ҙа юҡ, үлектәрҙе ҡар аҫтына һалып торғандар. Яҙын ҡар ирегәс, Ишембайҙан техника килтереп, ҙур соҡор ҡаҙып күмгәндәр.
Ҡышҡыһын ятаҡта ифрат һыуыҡ булды. Тәҙрәләр бер генә ҡат, яғырға утын юҡ. Бер көн иртәнсәк тәрбиәсе Нажиә апабыҙ килде. Беҙ карауатыбыҙҙа өшөп-туңып ятабыҙ. Барлы-юҡлы кейемебеҙҙе кейеп, ат санаһы алып, уның менән утынға киттек. Урман-Бишҡаҙаҡтың ҡалҡыу тау башына мендек. Нажиә апай ағас төбөн тапай ҙа балта менән ағасты йыға, ә беҙ, биш-алты ҡыҙ, уларҙы һөйрәп санаға һалабыҙ. Сана тулғас, ҡайтырға сыҡтыҡ. Тик түбән төшкәндә санабыҙҙың тәртәләре юл ситендәге ҡар өйөмөнә барып сумды. Бына шунда башланды ҙур мәшәҡәт. Сананы көскә сығарып, ауыл яғына ыңғайлатып, хәлдән тайып ҡайтып еттек. Малайҙар утын киҫергә ярҙамлашты.
Тик ҡайтып ингәс, сисенеү минең өсөн бәлә булды. Аяҡта йоҡа ойоҡ менән галош. Аяҡтар уға ҡуша туңып йәбешкән. Аяҡты һелтәп ебәргәйнем, галошым тәҙрә быялаһына барып теймәһенме! Быяла бер генә ҡат, ватылды. Шул саҡ Нажиә апай килеп инде. Мин аяҡ әрнеүенән илайым, уның да күҙенән йәштәр тәгәрәне. Сығып китте лә бер-ике мендәр кеүек нәмә менән тәҙрәне ҡапланы.
Урман-Бишҡаҙаҡ балалар йортондағы тәрбиәсе апайҙарҙың тырышлығы, балаларҙы яратыуы күңелдә йылы хәтирәләр ҡалдырған. Беҙҙе, ҡыҙ балаларҙы, ҡул эштәренә Мәүлетбикә апай Дәүләтшина (Ямалетдинова) өйрәтте. Туҙған ойоҡ ҡуныстарын, иҫке кофталарҙы һүтеп, шуларҙың ептәре менән беҙгә бәйләм серҙәрен төшөндөрҙө. Ырғаҡ урынына селек ағасынан кирге эшләтә торғайны. Барыһы ла иҫтә... Әле һаман ҡул эштәре менән мауығам.
Еңеү яҡты киләсәккә өмөт бүләк итте
Нажиә апай Ибәтуллина – Маҡар районының (хәҙерге Ишембай районының) Ҡыяуыҡ ауылы ҡыҙы. Уның кешелеклелеге, кеселеклелеге тураһында һүҙҙәр табыуы ла ҡыйын. Йәш кенә булһа ла, бала күңелен аңлаған, изге йәнле кеше ине. Бер ял көнө ул биш ҡыҙҙы эйәртеп, Ҡыяуыҡҡа йәйәү алып барҙы. Апайҙың әсәһе һыйыр аҫрай, беҙгә һөт, ҡатыҡ эсереп ҡайтарҙы. Рәхмәт, апай, йәнең ожмахта булһын! Унан күп изгелектәр күрҙек.
Урман-Бишҡаҙаҡта уҡытыусы Мәрйәм апай Халиҡова буш торған бәләкәй генә өйҙә йәшәй ине. Тәрбиәселәрҙән һорап, үҙенә иптәшкә мине алып ҡайтты. Бик изге күңелле, балаларҙы яратҡан уҡытыусы булды.
Ауырғазы артистары “Тормош йыры” спектакле менән килде. Мәрйәм апай беҙҙе, өс-дүрт ҡыҙҙы, тәрбиәсенән һорап, шул спектаклгә алып барҙы. Клуб тигәнең бәләкәй генә йорт, берәй хәлле кешенең өйө булғандыр. Беҙ алда иҙәндә ултырабыҙ, ҡалған тамашасыларға ике-өс эскәмйә, ҡайһылары өйҙәренән урындыҡтар килтергән.
Сәхнәлә, ағастары бысылған төпһәләргә ултырып, бер-ике һалдат хат яҙа, бер нисәүһе өҫ-башын ҡарай – гимнастеркаһын йүнәтә. Басир ҙа хат яҙа. Үҙе йырлай:
Шул саҡ “дарҫ” иткән тауыш ишетелде. Кемдер йығылды, буғай. Сәхнәләгеләр ҙә туҡтап ҡалды. Иренме, улынмы һуғыштан көткән ҡатын һуштан яҙып йығылған. Бер аҙҙан спектакль дауам итте, тик кешеләрҙең кәйефе икенсе ине. Мәрйәм апай бик матур йырлай ине. “Тормош йыры”н беҙгә лә өйрәтте.
1945 йылдың 9 майы йөрәктәргә ғүмерлек иҫтәлек булып уйылды. Иртәнсәк ашханаға барыр алдынан тәрбиәсебеҙ Нажиә апай килеп инде. Күмәкләп тышҡа сыҡтыҡ. Ә унда радио һөйләй (фельдшер Вахитов ағайҙың радиоалғысы бар ине. Ул ҡайһы ваҡыт тәҙрәһен асып, музыка уйната торғайны). Ни ҡолағыбыҙ менән ишетәйек, Левитан “Говорит Москва” тип һуғыш бөтөүе тураһында һөйләй! Ашау ҡайғыһы китте, барлыҡ бала-саға ҡысҡырышып илай-илай тәрбиәселәрҙе, һуғыштан яраланып ҡайтҡан Закир Ямалетдинов, Ғәбделхаҡ Аҡҡулов, Вахитов ағайҙарҙы ҡосаҡлап илашабыҙ. Кемдер “атайым ҡайта!” тип һөйөнөп ҡысҡыра, ә кемдер (“ҡара ҡағыҙы” килгәндәрҙең балалары) илай, ә мин “ағайым ҡайта” тип һөйөнәм.
Унан һуң беҙ күмәкләшеп Торатау башына мендек. Ауылдың йәше-ҡарты, бала-сағаһы – барыһы ла тауға менгән. Унда – яраланып ҡайтҡан яугирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар. Гармун, ҡурай тауыштары ишетелә, йырлашалар, бейейҙәр.
1946, 1947 йылдарҙа ла 9 Май – Еңеү көнөн Торатау башында уҙғарҙыҡ. Эх, ул йылдар!
1947 йылда VII класты тамамланыҡ. Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге мәктәптең директоры Вәлитов ағай, тағы ла ике апай, беҙҙең менән әңгәмәләшеп, бер нисәүебеҙҙе әлеге мәктәпкә уҡырға саҡырҙы.
Бында тормош ауылдағынан яҡшыраҡ, электр уты бар. Өлкән класс ҡыҙҙарының ятағы Комсомол урамындағы бер өйҙә ине. Утын бысып, ярып, яғып йылыта инек. Уҡырға ике ҡатлы мәктәпкә йөрөнөк. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Икмәк магазиндарында 50-60-шар кеше сиратта тора. Ауылдарҙан да килеп, ике-өс тапҡыр сиратта тороп, икмәк һатып алып ҡайтып китәләр, сөнки бер кешегә бер буханканан артыҡ бирмәйҙәр. Ауырлыҡтарға ҡарамай, тырышып уҡыныҡ. Һәр класта уҡыусылар һаны 30-ҙан ашыу ине. Уҡытыусыларыбыҙ талапсан булды, төплө белем бирҙе.
1950 йыл. Стәрлетамаҡтағы В.И. Ленин исемендәге балалар йорто урта мәктәбенең беренсе сығарылышы. Атайҙары һуғышта һәләк булғандарҙың, әсәләре Бөйөк Еңеү өсөн колхоз-совхоз баҫыуҙарында, завод-фабрикаларҙа бөтә көсөн һалып эшләп һаулығын юғалтҡандарҙың, ҡайһылары астан үлгәндәрҙең ҡыҙҙарын һәм малайҙарын Совет иле етем итмәне.
Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге балалар йорто бик күренекле белем һәм тәрбиә усағы булды. Уның төп маҡсаты етем башҡорт балаларына тейешенсә тәрбиә һәм урта белем биреү генә түгел, юғары уҡыу йорттарына йүнәлтеү ине. Был эш уңышлы тормошҡа ашырылды. 1950 йылғыларҙың һәм унан һуңғыларҙың да күбеһе республикабыҙ институттарында ғына түгел, Мәскәү, Ленинград университеттарында белем алып, уҡытыусы, табип, инженер-конструктор, нефтсе, агроном, төрлө кимәлдәге етәксе, совет һәм партия эшмәкәре булып, илебеҙгә, республикабыҙға тоғро хеҙмәт өлгөһө күрһәтте.
Имтихандарҙы тапшырып, инде ҡайҙа барырға, тип йөрөгән мәл. Күбебеҙҙең, шул иҫәптән минең дә, төплө кәңәш бирер кешеһе лә юҡ. Әммә беҙҙең өсөн иң яҡын, ышаныслы кәңәшсе уҡытыусыларыбыҙ, тәрбиәселәребеҙ булды.
Директорыбыҙ М.Ғ. Туҡтамышев беҙҙе берәм-берәм кабинетына саҡырып һөйләште. Миңә сират еткәс, инһәм, ул бер үҙе генә түгел, беҙгә IX–Х кластарҙа башҡорт әҙәбиәтенән белем биргән уҡытыусыбыҙ, күренекле шағир, яугир Хәким ағай Ғиләжев менән ултыра ине. Директор:
– Йә, Ғибаҙуллина, ҡайҙа уҡырға барырға булдың? – тигәс, мин: “Атайым уҡытыусы ине. Уның “ҡыҙым үҫкәс, уҡытыусы булыр” тип һөйләгәне хәтерҙә ҡалған. Өфөгә география факультетына инергә уйлайым”, – тинем. Шунда Ғиләжев ағай:
– Һеңлем, әҙәбиәтте яратыуыңды, шиғырҙарҙы яттан матур һөйләүеңде яҡшы беләм. Тик аяҡ-ҡулыңдың быуындары ауыртыуын уйлаһаң, һиңә география факультетында уҡыуы бик ауыр буласаҡ. Ундағы студенттар тау, урман, яр буйҙарында йөрөп, практика үтә. Мин һиңә әҙәбиәт факультетына барырға кәңәш итер инем, – тине.
Уҡытыусымдың шундай хәстәрлекле, төплө кәңәшенә бик рәхмәтлемен.
Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу
Беҙҙең кластан һигеҙ уҡыусы Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының әҙәбиәт факультетына уҡырға инде. Беҙгә мәртәбәле, билдәле уҡытыусыларҙан белем алырға насип булды: Ж. Кейекбаев, Ә. Чаныш, Х. Зиннәтуллина, Б. Мәғәсүмова, З. Шакиров һәм башҡалар. Бөгөн курсташтарымдың иҫәндәре бөтәһе лә хаҡлы ялда: Ләлә Бейешева, Мөхәмәт Рәшитов, Радик Зарипов, Сәғит Фәйзуллин, Рифҡәт Алғушаев һәм башҡалар.
“Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу” тип әйтеүҙәре бик дөрөҫ инде. Күптәребеҙ кеүек мин дә Өфөлә лә утын бысып, ярып, мейес яғып көн иттем. Ятағыбыҙ уҡыған еребеҙҙән өс саҡрымдай алыҫлыҡта, Туҡай урамында ине. Көн һайын сәғәт 6-ла тороп, йәйәүләп (ул заманда автобустар йөрөмәй ине) сәғәт 8-гә дәрескә өлгөрөргә кәрәк. Шулай дүрт йыл йөрөлдө.
Беренсе йыл ҡышҡы каникулда үҙебеҙ уҡып сыҡҡан балалар йортонда бер нисә көн булдым, унан Түбәнге Әрметкә ҡайтып килдем. Бер туған ҡәрҙәштәрем булмағас, оҙаҡ торманым. Йәйгелеккә Ауырғазы районындағы Ҡорманай ауылына Урман-Бишҡаҙаҡта уҡытҡан Мәрйәм апай Халиҡованың ире Мөҙәрис Ғәзиев ағай (улар билдәле йырсы Иҙрис Ғәзиевтең ата-әсәһе) килеп алды. Автобустар йөрөмәгәс, машина башында ултырып барыу ҙа ҙур һөйөнөс булды.
Көҙгөһөн, картуф ҡаҙған саҡта, ҡала халҡы ярҙам һорап килә торғайны. Беҙ был эшкә бик теләп барҙыҡ, сөнки эш хаҡына картуф бирәләр ине. Уны карауат аҫтында һаҡлап, Яңы йылға тиклем еткерә инек. Мейес плитәһе өҫтөндә ашарға бешереп, сәй ҡайнатып көн иттек. Курсташтарыбыҙ менән бик татыу, берҙәм йәшәнек. Һәр беребеҙҙең тормошо, яҙмышы оҡшаш ине.
Уҡыуҙы тамамлап, ҡулға диплом алыу һөйөнөсө ифрат ҙур булды. Миңә Ғафури районының Сәйетбаба урта мәктәбенә йүнәлтмә бирелде.
Ҡулда диплом. Шатлыҡтың сиге юҡ. Август уртаһында Сәйетбаба урта мәктәбендә хеҙмәт юлымды башланым. Мәктәп дүрт-биш иҫке ағас бинанан тора, тирә-яғында – бик матур баҡса, ағастар, сәскәләр. Коллектив берҙәм, көслө. Эш шарттары, әлбиттә, ҡалалағыса түгел. Электр үтмәгән, кәрәсингә лә мохтаж саҡтар була. Клубта байрам һайын йә спектакль, йә концерт ҡуябыҙ. Уҡыусыларға төрлө түңәрәктәр ойошторҙоҡ. Уҡытыусының эше ифрат күп булды: агитатор, пропагандист, лектор, депутат, заседатель һәм башҡалар. Йөҙөп йөрөп эшләнем.
1955 йылда уҡытыусы Аман Юлъяҡшин менән ғаилә ҡороп ебәрҙек. Мәктәпкә яҡын ғына йорт һалдыҡ, өс балаға атай-әсәй булдыҡ. Улыбыҙ Урал Силәбе политехник институтында уҡыны, ул – инженер, ҡыҙҙарыбыҙ Лилиә – табип, Зилә – педагог. Ҡайынһеңлем Фәнизә йәшләй үлеп ҡалыуы сәбәпле, уның улы Илдус беҙҙең балалар менән бергә үҫте.
Мәктәптә ун бер йыл эшләгәс, партияның райком секретары район гәзите редакцияһына эшкә саҡырҙы. Үҙ эшемде яратып башҡарыуым тураһында әйткәс, ул: “Партия ҡушҡанды үтәргә бурыслыһың!” – тине. Шулай итеп, 16 йылдан ашыу редакция хеҙмәткәре булып эшләнем. Бындағы эштең дә еңел түгеллеген яҡшы беләм. Ҡул менән хәреф йыялар, типография эшселәре менән гәзит сығарып, таң алдынан ғына эштән ҡайтабыҙ. Гәзит аҙнаға өс тапҡыр нәшер ителә, бер көн ял. Командировкаға йөрөргә мотоциклдан башҡа транспорт юҡ. Һаулығым ҡаҡшау сәбәпле (күҙҙәрем насарланды), Красноусол ярҙамсы мәктәбенә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып күстем. 1987 йылда хаҡлы ялға сыҡтым.
Балаларҙы ҡарап үҫтереүгә ваҡыт әҙ булды. Әлдә ҡәйнәм мәрхүмә изге күңелле кеше ине. Балаларҙы ҡарашыуҙа ярҙамы ҙур булды. Бик рәхмәтлемен уға.
2011 йылда тормош юлдашым Аман баҡыйлыҡҡа күсте. Инде 90-ды ҡыуғас, зарланмай ғына үткәндәрҙе уйлап, бер аҙ яманһыулап балаларым хәстәрендә йәшәйем. Ҙур рәхмәт уларға!
Уҡырға бик әүәҫмен. “Башҡортостан”, “Табын”, “Аргументы и факты”, “ЗОЖ”, “1000 советов” баҫмаларын яратып уҡыйым.
Һуңғы ваҡытта Торатауға бәйле мәҡәләләр ҡыҙыҡһындыра. Бөгөн уға бәйле үҙгәрештәргә һөйөнәм. Торатау башына менеп, тирә-йүнгә күҙ һалһам, тотош республикабыҙҙың икһеҙ-сикһеҙ далалары, тауҙары, урмандары, боролоп-боролоп аҡҡан Ағиҙел, уға килеп ҡойған башҡа йылғаларҙың туғайҙары, үҙәндәре, күренеп йәйрәп ята. Әүәлдән май айында Торатау башына менеү йолаһы йәшәп килгән.
Был мәҡәләмдә (хәҙерге быуын йәштәре уҡыһа), ғүмерҙең тик бер генә булыуын, тырышһаң – теләгеңә ирешәһең, тормош юлдары ҡатмарлы, әммә уңышҡа юлды үҙең һалаһың, тип әйткем килде.