Ауырғазы районының Түбәнге Ләкәнде ауылында тырыш, уңған кешеләр йәшәй. Ауылға килеп инеү менән шуға инанаһың: йорттар матур, урамдар таҙа, туғайҙарҙа ишле мал көтөүе йөрөй, эргәләге быуала – бихисап ҡош-ҡорт.
Бөгөн юлыбыҙ Рәүфә Әхмәҙулла ҡыҙы менән Вәғиз Фәрхәт улы Ғәзизуллиндарҙың йортона төштө. Улар ун алты йыл элек “Ҡыҙыл Йылға” крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштора. Ғаилә малсылыҡ һәм һөтсөлөк йүнәлештәрен һайлаған. Бөгөн уларҙың фермаһында 250 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың йөҙҙән ашыуы – һауын һыйырҙары. Көн һайын 1,5 тонна аҡты Бөрө һөт заводына оҙаталар.
Стәрлетамаҡта бухгалтер һөнәрен үҙләштергән Рәүфә Әхмәҙулла ҡыҙы – бөтмөр хужабикә. Ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләп алған. Тормош иптәше Вәғиз Фәрхәт улы – һөнәре буйынса зоотехник. Ул Наумовка ауыл хужалығы техникумын тамамлаған. Бала саҡтан ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһынған Вәғиз Фәрхәт улы әле умарталар ҙа тота.
Ғәзизуллиндар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Ике ҡыҙҙары Зәлифә менән Зәлиә ике ҡанаттары булһа, улдары Алмас менән Айназ – ныҡлы терәктәре, һәр эштә ярҙамсылар.
Бөгөн уларҙың крәҫтиән (фермер) хужалығында 15 кеше эшләй.
– Эшебеҙҙә һауынсылар Гөлфирә Сәйфуллина, Рәйсә Ханафинаға таянабыҙ. Тракторсы Владимир Гаврилов ниндәй генә техникаға ултырмай, һәр эште еренә еткереп атҡара. Хужалыҡты улар менән бергә күтәрҙек, – тип ғорурланып һөйләй Рәүфә Әхмәҙулла ҡыҙы.
Өс йыл элек һөтсөлөк фермаһы төҙөй башлайҙар, быйыл тамамларға ниәтләйҙәр.
– Тырышҡан кешегә ауылда һәр саҡ эш етәрлек. Йыбанмаҫҡа ғына кәрәк. Ергә күңел йылыһын биреп, хеҙмәттән йәм табып йәшәһәң, тормош алға бара. Хөкүмәт, район етәкселеге һәр яҡтан даими ярҙам ҡулы һуҙып тора, – ти Рәүфә Әхмәҙулла ҡыҙы.
Хөкүмәт ярҙамына килгәндә, 2013 йылда малсылыҡ менән шөғөлләнгән ғаилә фермаһы булараҡ, Ғәзизуллиндар 2400 миллион һумлыҡ ярҙам ала. Был аҡсаға улар тоҡомло мал һатып ала. Ә бына яңы һалынған ферманы иһә ғаилә үҙ көсө менән күтәргән. Уға йәмғеһе 6 миллион һум аҡса сарыф ителгән. Быйыл көҙ иһә тағы 40 баш тоҡомло тана алырға йыйына улар.
Хужалыҡтың 200 гектар ере бар. Бесән эшләр өсөн тағы ла пай ерҙәрен ҡуртымға алғандар. Арыш, һоло, арпа сәсәләр. Мал аҙығын етәрлек әҙерләйҙәр. Киләсәккә уй-ниәттәре лә шаҡтай ҙур Ғәзизуллиндарҙың. Улар тормошҡа ашһын, тип теләйек.