Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2020, 10:30

Ниндәй емеш ғүмерҙе 17 йылға оҙайта?

Был хаҡта Бөйөк Британия ғалимдары белдергән.

Әле – төрлө емеш-еләккә бай бик матур миҙгел. Уларҙың һәр береһе кеше организмы өсөн ниндәйҙер кимәлдә файҙалы. Әммә көн һайын алма ашау ғүмерҙе оҙайта икән. Был емештә эпикатехин полифенол тигән матдәнең барлығы асыҡланған. Ә ул, билдәле булыуынса, иммунитетты һәм ҡан-тамырҙар системаһын нығыта. Бынан тыш, алмала ҡан баҫымын һәм ҡандағы холестиринды кәметә торған клетчатка бар икән. Өҫтәүенә алма ашарға яратҡандар яман шеш ауырыуы менән дә һирәгерәк сирләй, ти белгестәр.
Шулай итеп, ғалимдарҙың оҙаҡ йылдар буйы тикшереүҙәре алманы даими ашауҙың ғүмерҙе 17 йылға оҙайтыуын асыҡлаған. Тик бына ошондай һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн сәләмәт тормош алып барыу һәм алма һутын эсеү кәрәк. Белгестәр шулай уҡ магазиндарҙағы төрлө сортлы алмаларға ҡарағанда ҡырағай алмаларҙың күпкә файҙалы икәнлеге хаҡында әйткән.
Фото: anypics.ru
Читайте нас: