Октябрьский ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөкләмәһе буйынса күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау эше дауам итә. Ҡалала быйыл 27 йортта 81 подъезды тәртипкә килтереү планлаштырылған.
Хакимиәт башлығының тормошто тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары И.М. Нафиҡов, коммуналь хужалыҡ һәм торлаҡ контроле бүлеге начальнигы В.Н. Давыдов, төҙөүсе ойошма һәм идара итеүсе компания вәкилдәре башҡарылған эштәрҙе ҡаланың Горький урамы, 8-се йорт һәм Свердлов урамы, 51 һәм 53-сө йорттары подъездарында ҡарап сыҡты.
Бында ағас тамбур ишектәре һәм тәҙрәләр пластикка алмаштырылған, почта йәшниктәре яңыртылған, иҫке яҡтыртҡыстар энергия һаҡлаусыларға алмаштырылған, электр линиялары пластик ҡаптарға урынлаштырылған. Шулай уҡ штукатур-буяу эштәре башҡарылған, ингән урындар ремонтланған, баҫҡыстар буялған.
Эштәрҙе баһалаған саҡта тәү сиратта халыҡтың фекерен иҫәпкә алалар. Бында йәшәгән кешеләр бик ҡәнәғәт ҡалған.
– Беҙгә оҡшай. Был йортта йәшәгән бөтәһе лә ҡәнәғәт. Сифатҡа иҫкәрмәләр юҡ, - тигән Горький урамы 8-се йорттоң йорт комитеты рәйесе Фәнүзә Сәғитова.
Октябьский ҡалаһында подъездарҙы ремонтлау эштәре дауам итә.