Башҡортостанда күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың фатирҙарын ремонтлау программаһы былтыр башланды. Уны тормошҡа ашырыу 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән.
Программаға ярашлы, подъездарҙы ремонтлауҙан тыш, унда йәшәүселәргә ихаталарын төҙөкләндереү мөмкинлеге лә бирелә. Билдәле булыуынса, подъездар республика һәм муниципаль ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә ремонтлана. Йорттарҙың идарасы компаниялары фатирҙарҙа йәшәүселәрҙән сығымдар талап итмәй. Ай һайын ремонт өсөн түләп барған аҡсаны торлаҡ милекселәре икенсе юҫыҡта тотона ала. Мәҫәлән, ихаталағы юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямауға йә иһә автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыуға ебәрергә мөмкин. Ҡала хакимиәте етәкселеге фатир хужаларына йыйылған аҡсаны идарасы компания менән берлектә дөрөҫ йүнәлешкә ебәреү сараларын күрергә тәҡдим итә. Мөмкинлектән файҙаланып, һәр йорт подъездарҙы ла, ихаталарҙы ла төҙөкләндерә ала.
Быйыл Сибай ҡалаһында 36 подъезды рәткә килтереү планы алынған. Әле шуларҙың 25-е әҙер, ҡалғандарында эштәр дауам итә. Йыл башынан ҡала буйынса барлығы 54 подъезды ремонтлау ҡарала, әммә коронавирус инфекцияһы был тәңгәлдә лә үҙ эҙен һалмай ҡалмай, күп ҡатлы йорттарҙағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау эштәре ҡайтанан һайлап алына һәм ремонт талап иткәндәре генә ҡалдырыла.
Әле ҡаланың Маяковский урамындағы 31-се һәм 33-сө йорттарында “Жилсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре подъездарҙа косметик ремонт эштәрен башҡара. Мәҫәлән, балта оҫтаһы Сәлимйән Айытбаев, стеналарҙы тигеҙләп, буярға әҙерләй, ә штукатур-малярҙар Анюта Ниғмәтуллина менән Гөлнара Рафиҡова уларҙы тиҙ арала ағартып та сыға. Эшселәр үҙҙәренең хеҙмәтенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. “Беҙ эшләгән подъездар был йортта йәшәүселәргә ҡыуаныс килтерһә, бик шатбыҙ, шуға күрә күп осраҡта сағыу төҫтәр ҡулланырға тырышабыҙ. Фатирҙа йәшәүселәрҙең дә төрлөһө бар, кемдер беҙҙең эште күреп һоҡлана, ҡайһылары улар өсөн бер аҙ мәшәҡәт тыуҙырғаныбыҙ өсөн әрләп тә китә”, – ти эшселәр.
Улар бер үк ваҡытта электр үткәргестәрҙең төҙөклөгөн тикшерә, кәрәк булһа – төҙәтә лә. Шулай уҡ тәҙрәләр, ишектәр ҙә ремонтлана.
Сибай ҡалаһында киләһе йылда был программа нигеҙендә күп фатирлы 39 торлаҡ йорттоң подъездарын ремонтлау планлаштырыла.