Йәш саҡ нисек тә үтә, бына ҡартлыҡта кәрәк ул бәхет, ти торғайны өләсәйем. Ысынлап шулайҙыр: кәр китеп, кеше күҙенә ҡарап ҡалһаң, кәрәктер иғтибар, аңлау, яҡшы мөнәсәбәт. Был йәһәттән балаларының хәстәре, тәрбиәһе солғанышында йәшәгәндәр бик бәхетле. Ә ҡарар кешеһе булмаһа йәки балалары баш тартһа, ул саҡта ни эшләргә?
Бындай осраҡта ҡарттар йорто, ололар өсөн пансионаттар ярҙамға килә. Уларҙа өлкәндәр үҙен нисек тоялыр - уныһы икенсе мәсьәлә. Ә бына шарттар, хеҙмәткәрҙәрҙең мөнәсәбәте бөтәһендә лә берүкме икән?
Яңыраҡ социаль селтәрҙәргә "Минең ғаиләм" пансионаты бүлмәһендәге күренеште фотоға төшөрөп һалғандар. Уға ҡарап, сәстәр үрә торорлоҡ...
"Уларҙы ашатмайҙарҙыр тигән уй ҡалды миндә. Ятҡан ерҙәрендә барыһының да матрас-мендәрҙәре юҡ. Оло кешеләргә мөнәсәбәт бик яман: ҡысҡыралар, ҡул да күтәрәләр. Ҡайһы бер ҡарттар ҡапыл үҙенән нимә кәрәклекте аңламай ҙа тора. Был эштә сыҙамлығым етмәне, киттем. Китер алдынан ошо ғибрәтле фотоларҙы төшөрҙөм", - тип яҙған учреждениела эшләп киткән ҡатын.
Пансионат 8 Март ҡасабаһында урынлашҡан. Директор быны йәне көйгән үсле кеше яҙған, учреждениеның абруйын төшөрөү маҡсатында эшләгән, тип бара. Дөрөҫлөк кемдә - ваҡыт күрһәтер.