Өфөлә Илдар Таһировты эҙләйҙәр. 35 йәшлек ир тураһында 2 октябрҙән алып бер ниндәй хәбәр юҡ.
Юғалған көндә ул ҡара куртка, ҡарағусҡыл күк джинсы салбар, ҡара туфли һәм ҡара бейсболка кейгән булған. Буйы – 175 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро күҙле.
Әгәр Илдар Таһиров тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә икәнһегеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 02 телефондары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: Башҡортостандағы “Лиза Алерт” эҙләү отряды.