Йәмғиәт
9 Октябрь 2020, 10:30

Һатыусыны ҡурҡытып...

15 йәшлек үҫмер Өфө ҡалаһы урамында ҡулына пистолет тотоп йөрөгән.

15 йәшлек үҫмер Өфө ҡалаһы урамында ҡулына пистолет тотоп йөрөгән. Был хәл Черниковка биҫтәһендә була. 8-се класс уҡыусыһы пистолет менән ҡоралланып, кеҫә телефоны салонынан дүрт ҡиммәтле телефон урлай. Магазинға барып инеп, һатыусыға атыу ҡоралы менән янай ул, витринаны вата һәм телефондарҙы алып, ҡасыу яғын ҡарай.
Әммә йәш көйө енәйәт юлына баҫҡан малай йыраҡ китә алмай. Уны тиҙ тоталар. Ҡулына бер нисә яңы телефон, етмәһә, пистолет тотҡан үҫмергә иғтибар итеүселәр табыла. Бер битараф түгел ир уны туҡтата һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә шылтырата.
Ул бәлиғ булмағандар эштәре буйынса иҫәптә торған була. Хоҡуҡ һаҡсылары үҫмерҙең пневматик пистолетын тартып ала. Балаҡайҙың тормошо тайғаҡ юлдан барыуы бик әсендерә.
Фото "Бәйләнештә".
Читайте нас