Мин Гөлдәр Фәнүр ҡыҙы Смаҡова булам. Ауырғазы районының данлыҡлы Мораҙым ауылында 1999 йылда донъяға килгәнмен. Әлеге ваҡытта Өфө медицина колледжының IV курсында белем алам.
Шөғөлдәрем төрлө: бейергә бик яратам, башҡорт, һинд бейеүҙәрен яратып башҡарам. Колледж тормошонда, район, республика сараларында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулайым. “Ауырғазы һылыуы-2016” район конкурсында Гран-приға лайыҡ булдым. “Һылыуҡай-2018” республика телевизион гүзәллек бәйгеһендә “Өмөт һылыуҡайы” номинацияһында еңеү яуланым. Зәңгәр экрандарҙа “Туған тел” телеканалында “Муз-баҙар” тапшырыуын алып барам.
Шиғриәткә ғашиҡмын. Яҡташым, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Рәшит Назаровтың ижады күңелемә яҡын. Бәләкәй кластарҙан уҡ мәктәптә шиғыр бәйгеләрендә ҡатнашып, алдынғы урындар яулайым. “Тере һүҙ-2020” бәйгеһендә өсөнсө урын алдым.
Спорт менән мауығам. Йүгереү, баскетбол, волейбол уйындары бик оҡшай. Бешерергә, тәбиғәт күренештәрен фотоға төшөрөргә яратам. Ҡул эштәре менән шөғөлләнергә әүәҫмен. Буш ваҡытым булыу менән бәйләмгә ултырам. Башланғыс кластарҙан уҡ хеҙмәт дәрестәрен көтөп ала торғайным. Сигергә лә, тегергә лә, бәйләргә лә өйрәттеләр беҙҙе. Ғәҙәттә, мин байрамдарҙа өләсәйемә, әсәйемә үҙемдең ҡул эштәрен бүләк итәм.
Ғаиләлә алты кешебеҙ: атайым, әсәйем, өләсәйем һәм ике апайым. Улар һәр башланғыс эшемә көс-ҡеүәт өҫтәп, дәртләндереп тора.
Яҡындарым менән бергә урманда йөрөргә, тауға менергә, сәскә, дарыу үләндәре һәм еләк-емеш йыйырға яратабыҙ. Улар мине тәбиғәтте һөйөргә, уның байлыҡтарына һаҡсыл ҡарарға өйрәтте.
Һәр йәш кеше кеүек, мин дә яҡты хыялдар менән йәшәйем. Колледжды уңышлы тамамлап, һуңынан юғары белем алып, һайлаған һөнәрем буйынса яҡшы белгес булғым килә.
“Һәр ваҡыт кешеләргә яҡтылыҡ өләшеп, гел алға барырға!” тигән тормош девизы менән йәшәйем. Ысынлап та, алға ынтылһаң, тырышһаң, юлда осраған барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп, үҙ маҡсатыңа өлгәшәһең.
Бәйгелә һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: милли колоритлы, матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.
bashkortostan.gazeta@mail.ru
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.
2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм фотобәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы гәзит календарын биҙәйәсәк.