Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында ер аҫты үткәүелен төҙөүҙә ҡамасаулаған сауҙа павильонын емереп ташланылар. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, был эш кибеттең хужаһы менән килешеп эшләнелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә "Дуҫлыҡ монументы" туҡталышы янындағы ер аҫты үткәүелен төҙөү 2019 йылда, Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндергән саҡта башланғайны. Ҡарар шунда уҡ тыуа – светофор автомобиль хәрәкәтенә ҡамасаулай, ә юлды аша үтеү кешеләр өсөн хәүефле була. Тик эш туҡтап ҡала. Төҙөлөшкә әлеге сауҙа павильоны ҡамасаулай, уны ҡалдырыу ҙа мөмкин булмай. Ул яңы яр буйының берҙәм концепцияһына тура килмәй.
Эштәр бер ни тиклем ваҡытҡа туҡтап тора, сөнки властар кибет хужаһы менән уртаҡ тел таба алмай. Күптән түгел иһә килешеүгә өлгәшелә, һөҙөмтәлә сауҙа урынын емерергә булалар.
“Ҡала хакимиәте һәм объекттың хужаһы был мәсьәлә буйынса килеште. Яҡтар проблеманы тыныс хәл итә алды. Суд исктары кире алынды. Объект урынында берҙәм концепциялы ер аҫты үткәүеле төҙөләсәк”, – тинеләр ҡала хакимиәтендә.