Бөгөн беҙгә бик ауыр хәбәр килде – тәжрибәле, тынғыһыҙ журналист, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Самат Ғәлин арабыҙҙан китте. Билдәле булыуынса, ул һуңғы арала ауыр сирләне. Хеҙмәттәшебеҙгә 52 генә йәш ине...
Самат Ғәлимйән улы сығышы менән Әбйәлил районының Хәлил ауылынан. Ул – бар ғүмерен журналистикаға арнаған кеше. “Башҡортостан” гәзитендә хәбәрсе булып эшләне, 2013-2015 йылдарҙа “Осҡон” гәзитенең баш мөхәррире һәм Әбйәлил районының мәғлүмәт үҙәге директоры вазифаһын биләне. 2015 йылда кире “Башҡортостан”ға ҡайтты һәм ошо көнгә тиклем баш мөхәррир урынбаҫары булды.
Самат Ғәлин ауыл хужалығы, иҡтисад тармаҡтарын үҙ итте. Республиканың ул булмаған, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙмаған бер районы һәм хужалығы ла ҡалмағандыр. Яҙмаларында ер кешеләрен, ябай эшселәрҙе күрһәтергә һәм данларға яратты ул. Ә баш мөхәррир урынбаҫары булараҡ, ойоштороу эштәрен алып барҙы, редакцияның матди-техник базаһын нығытыу өсөн күп эш башҡарҙы.
Самат Ғәлимйән улының йөҙөнән йылмайыу китмәне. Ул һәр кем менән ихлас һөйләшә, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ине. Үҙенең ябайлығы менән дә арбай белде.
Хеҙмәттәшебеҙҙең һөйөклө ҡатыны Зөһрә Рәшит ҡыҙы һәм улы Нияз был юғалтыуҙы бик ауыр кисерә.
Бөгөн беҙ бөтә редакция коллективы менән ҡайғырабыҙ. Самат Ғәлиндең ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уларға рух ныҡлығы, сабырлыҡ теләйбеҙ.