Бөгөн күңелле яңылыҡ билдәле булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың хәләл ефете бәпес көтә. Был турала “Башинформ” агентлығының үҙ сығанағы хәбәр итә. Бәпестең ҡасан тыуасағы һәм уның енесе тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ.
Билдәле булыуынса, Каринэ Хәбированың ике улы бар. Уларҙың береһе мәктәптә уҡый, уртаҡ икенсе сабыйҙарына өс йәш. Радий Хәбировтың тәүге никахынан ике ҡыҙы бар, улар өлкәндәр һәм үҙаллы йәшәйҙәр.
Каринэ Хәбироваға 38 йәш, һөнәре буйынса ул - табип-ортодонт. Башҡортостан Башлығы ҡатыны булараҡ, ул әүҙем рәүештә йәмәғәтселек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Хәйриә һәм социаль проекттарға ярҙам итә. Мәҫәлән, Башҡортостандың ҡала һәм райондарында ойошторолған “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проектына нигеҙ һалды.
Каринэ Владимировнаға сәләмәтлек, сабыйҙарын иҫән-һау ҡулдарына алһындар тип теләйбеҙ.