Бөгөн дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 124 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Республика көнө байрамы алдынан танылған дәүләт эшмәкәренең Йорт-музейында – республика Милли музейы филиалында иҫтәлекле саралар үтәсәк.
Йорт-музейҙа “Ш. Хоҙайбирҙиндың биографияһы буйынса яңы документтар һәм мәғлүмәттәр” күргәҙмәһен асыу тантанаһы һәм музейҙың яңы баҫмаларының исем туйы үткәрелә. Аҙаҡ Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡәберенә сәскә һалыу була. Сараға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары, Башҡортостан Журналистар союзы вәкилдәре, Өфө ҡалаһы китапханаларының һәм республика Милли музейы хеҙмәткәрҙәре саҡырылған.
Ә кисә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Уларҙың исемдәре халыҡҡа яҡшы таныш. “Молодежная газета” хәбәрсеһе Эмилия Завричко (гәзиттә баҫылған социаль әһәмиәтле мәҡәләләре өсөн), “Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе Нур Ҡәҙербаев (спорт темаһына яҙмалары өсөн) һәм журналистика ветераны Зөһрә Ҡотлогилдина (“Һуғыш балалары һөйләй” тигән китабы өсөн) мәртәбәле премияға лайыҡ булды.
Беҙ уларҙы ысын күңелдән еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!