Сибай ҡалаһында 27 йәшлек ир ике шешә араҡы өсөн енәйәт ҡылған. Ул супермаркеттағы алкоголле эсемлектәр һатылған бүлектән ике шешә араҡы алып арбаға һала, ә касса эргәһендә һатыусы күрмәгәндә береһен кеҫәһенә тыға, икенсеһен дә йәшерә. Әйткәндәй, был күренеш видеокамераға ла төшөрөлгән яҙмала асыҡ күренеп тора.
– Ҡалған аҙыҡ-түлек өсөн дә ир иҫәпләшә алмай, сөнки банк картаһында аҡсаһы етерлек булмай. Ул һатыусыға “машинаға барып аҡса алып киләм” тип әйтә. Һатыусы уның кейеме эсендә ауыр әйбер ятыуына иғтибар итә. Хеҙмәткәр уның артынан бара һәм юҡҡа түгел, сөнки ир үҙе теләгән әйберҙе сәлдереп, кире магазинға инергә йыйынмаған була, – тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Һатыусы бер шешәне тартып ала, ә икенсеһен ир бирергә теләмәй. Һөҙөмтәлә бур тартҡылашҡанда ҡатындың бармағын һындыра һәм ҡасып күҙҙән юғала. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны шунда уҡ ҡулға ала. Ир быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылған булған. Хәҙер уға “талау” статьяһы буйынса яуап бирергә тура киләсәк. Судҡа тиклем уны һаҡ аҫтында ҡалдырғандар.
Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тип әйтеүҙәре дөрөҫтөр. Тик был осраҡта йүнле әйбер өсөн дә түгел, шайтан һыуын эсәм тип...