Шишмә районының Тәпәреш ауылы кешеһе уғрылыҡта ғәйепләнә. 36 йәшлек ир мотоцикл, трактор һәм "ВАЗ-2107" автомобилен ҡыуып алып китә.
Бур полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотола. Енәйәтсе үҙенең ғәйебен таный, техниканы иҫерек булғанында, бер урындан икенсе урынға барып етеү өсөн урлауын белдерә.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бурҙың район биләмәһендә теркәлгән башҡа урлашыуҙарҙа ла ҡатнашыуы ихтималлығы тикшерелә.