Нуриман районының төҙөклөгө район үҙәге Ҡыҙылъяр ҡасабаһына килеп инеү менән күҙгә ташлана. Был зауыҡ төбәктә уңған, матурлыҡ булдырырға тырышҡан кешеләр арҡаһында ла барлыҡҡа килә. Шуларҙың береһе – Ирек Бәҙретдинов.
Ирек Рәмил улы – райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан кешеләрҙең береһе. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса уполномоченныйҙың Нуриман районындағы йәмәғәт ярҙамсыһы вазифаһын да башҡара. Нимә генә тимә, эшҡыуарҙарҙы борсоған проблемаларҙы хәл итеү, уларҙың алдында торған кәртәләрҙе еңеү кеүек ҡыйынлыҡтарҙы ул үҙе кисергән һәм ярҙам ҡулы һуҙырҙай, кәңәш бирерҙәй кимәлгә күтәрелгән. Районда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр – ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр, туризм менән шөғөлләнеүселәр, кибеттәр тотоусылар байтаҡ ҡына.
– Эшҡыуарҙар өсөн “Инвестиция сәғәттәре” ойоштороу беҙҙең районда ла үҙ емешен бирә башланы, уларҙы бер көс итеп туплауға этәргес булды. Бөтә борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү өсөн майҙансыҡ булдырылды. Эшҡыуарҙарҙы, дөйөм алғанда, бер үк проблемалар борсой. Ул да булһа – кадрҙарҙың етешмәүе. Ышаныслы эш кешеләре кәрәк ауылға. Бынан тыш, әлбиттә, төрлө инстанцияларҙың бер-бер артлы тикшереүҙәрен, бюрократик кәртәләрҙе еңеп сығыуҙа ярҙам күрһәтергә кәрәк.
Ирек Бәҙретдиновтың төп эш урынынан тыш, шәхси предприятиеһы ла бар. Ул төҙөкләндереү эштәре менән шөғөлләнә. Быға тиклем Ирек Рәмил улы төрлө өлкәлә эшләгән: райондың Пионерҙар йорто директоры, район хакимиәтендә йәштәр эштәре буйынса белгес булған, әле ул – Нуриман районының “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһының директоры урынбаҫары.
2015 йылда ул шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башларға ҡарар итә. Төҙөлөш фирмаһы булдырып, төҙөкләндереү эшенә тотона. Заказдарҙы район биләмәһендә генә ала. Ярты йыл эсендә бер нисә бинаны төҙөкләндергәндәр. Башлыса был – бюджет ойошмаларының бинаһы. Килешеү буйынса ремонт эштәре йылдам алып барылырға һәм тиҙ тамамланырға тейеш. Шуныһы менән улар Ирек Рәмил улы өсөн ҡыҙыҡлы ла.
– Эшемдең һөҙөмтәһен күреү миндә ҡәнәғәтлек тойғоһо уята. Төҙөкләндереү эштәрен йылдам һәм сифатлы итеп башҡарыу – төп талап. Беҙҙең эштән заказсылар ҙа ҡәнәғәт ҡалырға тейеш, – ти ул.