Йәмғиәт
9 Октябрь 2020, 18:00

"Йәшәү өсөн иң уңайлы биләмәгә әйләнергә тейеш"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибай ҡалаһында Республика көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашты.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибай ҡалаһында Республика көнөнә арналған сараларҙа ҡатнашты.
Ул урындағы халыҡты байрам менән тәбрикләп, Башҡортостанда йәшәгән һәр милләттең үҙ-ара татыу, дуҫ булыуын, барлыҡ хоҡуҡтары һаҡланыуын, милли мәҙәни, тарихи үҙенсәлектәренә иғтибар ныҡлылығын билдәләне.
"Беҙ бар күрһәткестәр буйынса Рәсәйҙә тәүге бишәү рәтенә инергә тейеш. Әле лә республика, халыҡ һаны буйынса ҡеүәтле булыуға ҡарамаҫтан, ил субъекттары араһында иң үҫешкәне һәм сәйәси яҡтан тотороҡлоһо, -тине Андрей Назаров. - Әммә урындарҙағы халыҡ төрлө ярҙам алыу өсөн 500-700 километр ара үтергә тейеш түгел. Был йәһәттән киләсәктә көньяҡ-көнсығыш төбәк йәшәү өсөн иң уңайлы биләмәгә әйләнергә тейеш, шарттар өфөләрҙекенән һис тә кәм булмаясаҡ".
Ҡаланың Үҙәк майҙанында байрам саралары үтте. Унда Андрей Назаров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса "Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмеге" конкурсында өсөнсө урынды яулаған Сибай ҡалаһы хакимиәтенә диплом бирелде. Ошо уҡ ярышта "Урындағы үҙидара эшмәкәрлеген яҡтыртҡан иң яҡшы журналист" тип билдәләнгән "Сибайский рабочий" гәзите хәбәрсеһе Римма Мәхмүтова бүләкләнде.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас