Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров аҙна башында талантлы йырсы Радик Юлъяҡшинды мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсе итеп тәғәйенләне.
Йырсы үҙенең яңы вазифаһына бәйле ҡыуанысы менән уртаҡлашып та өлгөрмәне, бөгөн социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҙур юғалтыуы хаҡында яҙып сыҡты. Юлъяҡшин яҡын дуҫын - Айрат Хәмиҙуллинды юғалтҡан.
"Бөгөн иң яҡын дуҫымды юғалттым. Айрат Хәйретдин улы ғәжәп яҡшы күңелле, кешелекле, намыҫлы кеше ине. Бик ауыр..."
Айрат Хәмиҙуллин Әлмәт проект-төҙөлөш компанияһының "Прокомп" йәмғиәте генераль директоры булған. Бизнесмен йырсы менән хеҙмәттәшлек иткән - уның ойошмаһы Elvin Grey продюсерлыҡ үҙәген проектлауҙа ҡатнашҡан.