Йәмғиәт
10 Октябрь 2020, 07:00

Илдар Таһировты эҙләү туҡтатылды

35 йәшлек ирҙең ғәйеп булғаны тураһында хәбәр иткәйнек...

Өфөлә Илдар Таһировты эҙләйҙәр тип хәбәр иткәйнек. Был эш туҡтатылған.
Башҡортостандағы “Лиза Алерт” эҙләү отряды ирекмәндәре мәғлүмәтенсә, 35 йәшлек ир 2 октябрҙә өйҙән сығып китеп юғалған. Шул көндән алып туғандары уның ҡайҙалығы хаҡында бер нәмә лә белмәй ине.
Ирекмәндәрҙең хәбәр итеүенсә, Илдар иҫән килеш табылған. Юғалыуы сәбәптәре, ҡайҙан табылғаны хаҡында әлегә аныҡлап яҙылмаған.
Фото: Башҡортостандағы “Лиза Алерт” эҙләү отряды.
Читайте нас