Йәмғиәт
10 Октябрь 2020, 14:00

"Килгән һайын ыңғай үҙгәрештәр күрәм"

Федераль министр Владимир Якушев Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан ойошторолған тантаналы йыйылышта республика халҡын байрам менән Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев та ҡотланы. Шулай уҡ ул алдынғы хеҙмәткәрҙәргә ведомство наградалары тапшырҙы.
Федераль министр Сибай ҡалаһы хакимиәтенә Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының еңеүсеһе билдәһен дә тапшырҙы.
Билдәле булыуынса, Владимир Якушев - беҙҙең яҡташыбыҙ, ул сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
"Дүрт ярым быуат элек Башҡортостан үҙ яҙмышын Рәсәй менән бәйләгән. Был ҡарар беҙҙең дәүләтселекте нығытыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә булған. 1919 йылда Башҡортостан РСФСР составындағы беренсе милли автономиялы республика тип таныла. Ә бөгөн беҙ республика дәүләтселегенең яңы тарихына 30 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Башҡортостан - элек-электән Рәсәйҙең төп таяныстарының береһе һәм шулай булып ҡала ла. Шулай ҙа республиканың иң ҙур ҡаҙанышы, әлбиттә, кешеләре. Йөҙәр йыл дауамында дуҫлыҡ һәм теләктәшлектә йәшәгән күп милләтле халҡы", – тине Владимир Якушев.
Федераль министр фекеренсә, бөгөн Башҡортостан - илдең иң уңышлы төбәктәренең береһе.
"Бында сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл хужалығы, мәғариф, фән тармаҡтары әүҙем үҫешә. Республика һәр ваҡыт үҙе алдына амбициялы бурыстар ҡуя. Граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу – Хөкүмәт эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе. Беҙ быны республиканың заманса үҫешенә ҡарап билдәләйбеҙ. Шуныһы мөһим - етди үҙгәрештәр Өфөлә генә түгел, ә ҡала-ауылдарҙа ла бара. Бар республикала яңы йорттар, балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар, спорт һәм мәҙәниәт объекттары төҙөлә. Былтыр ғына 50-һе сафҡа индерелгән, уларҙың күпселеге социаль йүнәлешле", – тине Владимир Якушев.
Министр белдереүенсә, республикала ҡеүәтле төҙөлөш комплексы булдырылған һәм эшләй. Ул үҙ эсенә 12 мең подрядсы ойошманы, төҙөлөш индустрия предприятиеларын, проект ойошмаларын берләштерә. Тармаҡта 70 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итә.
"Коронавирусҡа бәйле эпидемиологик хәлгә һәм ҡабул итергә мәжбүр булған сикләүҙәргә ҡарамай, төҙөлөш өлкәһе ышаныслы үҫешә. Торлаҡ төҙөү буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙа килә һәм илдең граждандарҙы сифатлы, хәүефһеҙ торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән тәүге ун төбәк иҫәбендә", – тине министр.
Владимир Якушев белдереүенсә, республикаға килгән һайын ул ыңғай үҙгәрештәрҙе күрә, халыҡтың асыҡлығын, йомартлығын тоя.
"Һеҙҙе тағы бер тапҡыр байрам менән ҡотлайым. Башҡортостан халҡына именлек, төбәктең артабан да сәскә атыуын теләйем", - тине ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас