Йәмғиәт
10 Октябрь 2020, 16:30

Оло байрамығыҙ менән, Хәйбулла халҡы!

Бында бөгөн, Республика көнө менән бер рәттән, райондың 90 йыллығы билдәләнә.

Хәйбулла халҡы бөгөн, Республика көнө менән бер рәттән, райондың 90 йыллығын билдәләй.
Байрам саралары Аҡъярҙың Еңеү паркында һуғыш осоро балаларына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә арналған һәйкәлде асыуҙан башланды. Артабан тантаналы өлөш район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Хәйбуллаларҙы оло юбилей менән ҡотларға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сығышында төбәктең 90 йыл эсендә оло һәм данлы юл үткәнен билдәләне. Урындағы халыҡ тыуған төйәге, уның тарихы, яҡташтарының ҡаһарманлығы, бер нисә быуын вәкилдәренең геройҙарса хеҙмәте, төрлө уңыштарына бәйле төйәгенең данын таратҡан шәхестәр менән хаҡлы ғорурлана.
Байрамда райондың бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды. Шулай уҡ көҙгө йәрминкәләр гөрләне. Уларҙа ауыл хужалығы тауарҙары, оҫталарҙың ҡул эштәре урын алды. Кемдер арзан хаҡҡа ашлыҡ һатып алып ҡыуанһа, икенселәр баллы булып кинәнде. Шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре лә күп таралды.
Райондың сәхнә оҫталары тарафынан бай йөкмәткеле сағыу концерт күрһәтелде. Кис хәйбуллаларҙы йырсылар Ғайсар Миңлеғолов һәм Наил Башстайл бер майҙанға йыйҙы. Байрам саралары фейервейк менән тамамланасаҡ.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.
Читайте нас