Йәмғиәт
9 Октября 2020, 19:00

Проекттар ныҡлы уйланылған һәм сифатлы

Башҡортостан уларҙа артабан да ҡатнашасаҡ.

Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев Башҡортостанда уңайлы мөхит булдырыу һәм төҙөкләндереү йәһәтенән башҡарылған эштәрҙе юғары баһаланы.
Ишембай ҡалаһының үҙәк майҙанын ҡарап сыҡҡас, Владимир Якушев һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашты. Улар республиканың бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында һөйләне.
Владимир Якушевтан Ишембайҙа федераль грант аҡсаһына ярашлы төҙөкләндерелгән майҙанға бәйле тәьҫораттарын һәм республиканың бындай проекттарҙа ҡатнашыу әүҙемлеге тураһында һоранылар.
"Республиканың әүҙемлегенән башлайыҡ. Мин уны бик юғары тип баһалайым. Эштә мөһим ролде бында компетенциялар үҙәге булдырылыу уйнай тип иҫәпләйем. Беҙ ошо турала даими һөйләйбеҙ. Әгәр аныҡ төбәктә уңайлы ҡала мөхите булдырыу менән профессиональ рәүештә шөғөлләнергә теләйбеҙ икән, бының менән етди, компетентлы кешеләрҙең шөғөлләнеүе мөһим.
Башҡортостан ошо яғы менән айырыла, шуға күрә һеҙ конкурстарҙа еңәһегеҙ. Әгәр бөгөн уңайлы ҡала мөхите булдырыу өсөн бирелгән федераль грант нигеҙендә республика биләмәһендә булдырылған объекттар тураһында һөйләһәк, улар алдан ныҡ уйланылған, яҡшы, сифатлы килеп сыҡҡан. Майҙан күп функциялы булыуы менән яҡшы. Ул бар категория кешеләре өсөн дә тура килә. Балаларға ла, өлкәндәргә лә айырым урындар бар, концерттар, йәрминкәләр үткәрергә була. Майҙан ҡаланы биҙәп торасаҡ, унда рәхәтләнеп ял итергә мөмкин. Билдәле булыуынса, был турала ил Президенты Владимир Путин да әйтә килә: бөтә проекттар ҙа кешеләрҙең фекерен иҫәпкә алып эшләнергә тейеш", – тине министр.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан, был конкурста республиканың артабан ҡатнашыуы нисек ойоштороласаҡ, тип һоранылар. Ҡатмарлы иҡтисади хәл сәбәпле үҙгәрештәр булыуы ла ихтимал бит.
"Был конкурста беҙҙең 16 ҡала һәм район үҙәге ҡатнашты һәм еңеп сыҡты. Әлегә үтмәгән өс ҡала ғына ҡалды. Әле шулар буйынса эшләйбеҙ, сөнки конкурс дауам итә. Белеүебеҙсә, Рәсәй Хөкүмәте һәм Төҙөлөш министрлығы гранттарҙың дөйөм күләмен 5 миллиард һумдан 10 миллиард һумға тиклем арттырырға ҡарар итте. Тимәк, беҙҙең мөмкинлектәр арта. Әлегә үтмәгән ҡалаларҙы үткәрергә кәрәк. Мәҫәлән, Туймазыны. Уларҙың еңеүен бик теләйбеҙ.
Шуныһы мөһим – заявканы ҡабатлап бирергә лә мөмкин. Бөгөн беҙ Ишембайҙа булдыҡ, үҙәк майҙанды ҡараныҡ. Матур килеп сыҡҡан. Киләһе йылға Ишембай тағы бер тапҡыр грантҡа заявка бирә аласаҡ. Был - бик яҡшы программа, ул беҙҙең ҡала һәм ауылдарҙы күркәмләндереү мөмкинлеге бирә", - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас