Йәмғиәт
10 Октябрь 2020, 15:30

Сәйетбабала - бер юлы ике байрам

Ауыл халҡының тырышлығы менән мәктәп биләмәһендә күренекле ғалим, яҙыусы Жәлил Кейекбаевҡа бюст асылды.

Республика көнөн Ғафури районының Сәйетбаба ауылы халҡы үҙенсәлекле билдәләне: унда ошо уртаҡ халыҡ байрамы менән бергә Ауыл көнө лә үткәрелде.
Билдәле булыуынса, Сәйетбаба иң ҙур башҡорт ауылы булып иҫәпләнә. Ундағы “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге лә “Республикам беҙҙән башлана” акцияһына ҡушылды.
"Бөгөн мәктәптә уҙған сара ауылдыҡылар ғына түгел, ә тотош халҡыбыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, – тине үҙәк методисы Рифат Баймөхәмәтов. – Урындағы халыҡтың тырышлығы менән күренекле ғалимыбыҙ, яҙыусы Жәлил Кейекбаевҡа белем усағы биләмәһендә бюст асылды. Был башланғысты һәр кем ихтирам иткән аҡһаҡалыбыҙ Әхмәт Әсҡәт улы Хәбибуллин күтәреп сыҡҡайны".
Сығымдар өсөн аҡсаны Әхмәт Әсҡәт улы тапҡан спонсорҙар ҙа биргән, ауыл халҡы ла йыйған. Бюстың скульпторы – Миңлебай Хәлилов. Жәлил Кейекбаевтың ошо райондың Ҡаранйылға ауылындағы музейында октябрь аҙағындараҡ арҙаҡлы шәхестең икенсе бюсы ла ҡуйыласаҡ икән.
Әлеге тантанала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова сығыш яһаны һәм һәйкәлде асыуҙа ярҙам күрһәткәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ҡоролманың постаментын ҡуйыуҙа ҡатнашҡан Фәнил Ишмырҙин, Фәрғәт Ғилманов, Рифҡәт Ғайсин район Советы рәйесе Файыҡ Зәйнетдиновтың ҡулынан Маҡтау грамоталары алды. Ошондай байрамдарҙа ауылдың Почетлы гражданы исемен биреү ҙә матур йолаға әүерелгән. Был юлы уға Сәлимә Исламова менән Ғиндулла Шәйәхмәтов лайыҡ булды. Башҡортостанда билдәле шәхес, яҙыусы Әмир Әминев һәм башҡалар ауыл халҡын икеләтә байрам менән ихлас ҡотланы, мәктәп уҡыусылары Жәлил Ғиниәт улының шиғырҙарын һөйләне, һәүәҫкәр артистар концерт күрһәтте.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас