Йәмғиәт
9 Октябрь 2020, 19:30

"Тимәк, кешеләр ошонда йәшәргә теләй"

Федераль министр "Сағыу" биҫтәһендә булды.

Бөгөн республикаға эш сәфәре менән килгән Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев Өфөнөң Дим районындағы “Сағыу” биҫтәһендә булды. Федераль министрға хәбәр итеүҙәренсә, киләһе ун йыл эсендә ошо 143 гектарлыҡ биләмә 34 мең кеше өсөн уңайлы йәшәү урынына әйләнәсәк.
Биҫтәлә 15 квартал төҙөләсәк тип күҙаллана, уларҙың барыһының үҙ исеме буласаҡ. Улай ғына түгел, һәр береһе үҙенсәлекле төҫтә һәм стилдә биҙәләсәк.
Бөгөн “Сидней” һәм “Нью-Йорк” кварталдары файҙаланыуға тапшырылды. “Сағыу” биҫтәһендә әлеге ваҡытта биш меңдән ашыу кеше тулы тормош менән йәшәй башлаған да. Урында бөтөн нәмә лә бар: магазиндар, хеҙмәтләндереү салондары, парк, яр буйы, һәр ихатала - балалар майҙансығы.
Былтыр 1 сентябрҙә бында мең уҡыусыға иҫәпләнгән “СМАРТ” полилингваль мәктәбе асылды. Быйыл 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтәсәк. Киләсәктә тағы, дөйөм алғанда, 4600 уҡыусыға иҫәпләнгән өс мәктәп, 1400 урынлыҡ балалар баҡсалары, поликлиника, ике физкультура-һауыҡтырыу үҙәге барлыҡҡа киләсәк.
"Республикала төҙөлөш йылдамлығы насар түгел, үҫеш һигеҙ процент самаһы. Шул уҡ ваҡытта дөйөм ил буйынса күрһәткестәрҙең туғыҙ процентҡа кәмеүе күҙәтелә, – тине вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимов. – Башҡортостанда быйыл төҙөлөш туҡталманы тиерлек. Файҙаланыуға индерелгән социаль объекттар бик күп: 3900 урынлыҡ 24 балалар баҡсаһы, 640 урынлыҡ ике мәктәп, мәҙәниәт йорттары, һаулыҡ һаҡлау биналары".
"Мин бында комплекслы төҙөлөш өлгөһө күрҙем: уңайлы йорттар янында кәрәкле социаль объекттар - мәктәп, балалар баҡсаһы һ.б. урынлашҡан. Сифатлы эшләнгән ихаталар, уңайлы парк, – тине Владимир Якушев. – Фатирҙар һатылып бөткән, тимәк, кешеләр ошонда йәшәргә теләй".
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас