Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш барышында Радий Хәбиров Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.
“Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев бүләкләнде. Ул күп йылдар Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләгән кеше. Тап шул йылдарҙа баш ҡала яңы һулыш алды, иҡтисад, фән һәм мәҙәниәт үҙәгенә әүерелде. Республикала алынған тәжрибәһе, юғары профессионализмы унан илдәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге алдынғы белгес яһаған. Бөгөн Павел Рюрикович - Дәүләт Думаһы депутаты, закондар булдырыу кимәлендә Башҡортостандың мәнфәғәттәрен яҡлай. П.Р. Качкаев юғары награда өсөн һәм үҙенең остаздары - Өфө мэры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе рәйесе булған Михаил Зайцев менән Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
"Остаздарым миңә бик күпте бирҙе, уларҙан мин кешеләр менән аралашырға өйрәндем. Бөгөн шундай ваҡыт – яңғыҙ бер нәмә лә ҡыла алмайһың, мин шундай командала эшләгәнемә шатмын", – тине Павел Рюрикович.
Ошондай уҡ орден менән яҙыусы Рәшит Шәкүр бүләкләнде. Шәхесебеҙ үҙенең китаптарында Башҡортостандың матурлығын, тәбиғәтенең ҡабатланмаҫ гүзәллеген маҡтай. Уның шиғирҙары рус, украин, ҡаҙаҡ, төрөк, сыуаш, болгар, немец телдәренә тәржемә ителгән. Башҡорт халҡына мөхәббәте, уның тарихына, киләсәгенә битараф түгеллеге Рәшит Закир улының ижадында ярылып ята. Билдәле булыуынса, ул - Башҡортостан гимны авторҙарының береһе лә.
Совет һәм Рәсәй ғалимы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Айрат Шаммазов “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены кавалеры булды. Оҙаҡ йылдар дауамында ул республиканың ғына түгел, ә илдең алдынғы уҡыу йорттарының береһе булған Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры бурысын атҡарҙы. Абруйлы мәғариф учреждениеһы бөгөн дә илгә иң яҡшы кадрҙар әҙерләй.
“Пышка” компаниялар төркөмө генераль директоры Рәсимә Мусина Григорий Аксаков орденына лайыҡ булды. Ул - хәйриәсе, меценат, ҙур бизнесҡа нигеҙ һалған кеше. Фирмаһы башҡорт милли аш-һыуы брендына әйләнде, халыҡты урындағы етештереүселәрҙең экологик яҡтан таҙа тауары менән тәьмин итә. Рәсимә Әғзәм ҡыҙы йәмәғәт туҡланыуы системаһында 50 йыл эшләй. Ул хәйриә һәм социаль проекттарға әүҙем ярҙам итә.
Виктор Пчелинцев – дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре – шулай уҡ Григорий Аксаков ордены кавалеры булып танылды. Ул – яңы Башҡортостандың хоҡуҡи нигеҙҙәрен булдырыуға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергән кеше. Дәүләт хеҙмәтендә төрлө вазифаларҙа эшләгән саҡта, республика парламенты депутаты булғанда үҙ тәжрибәһе һәм белемен Башҡортостан халҡы мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтте.