Йәмғиәт
11 Октябрь 2020, 08:15

Атаһы әрләгәндән һуң сығып киткән

"Әсәһенең ҡәберенә киткәндер тип уйлағайныҡ башта..."

Өйөнән сыҡҡан да билдәһеҙлеккә инеп юғалған... Ошондай хәбәрҙәр менән тулы хәҙер интернет селтәре. Ғәйеп булғандарҙы туғандары ут йотоп, төн йоҡоһон йоҡламай эҙләй, көтә, иҫән-һау ҡайтып инеренә өмөтләнә.

Иглин ҡасабаһында йәшәгән 41 йәшлек Михаил Затягаловты ла ғаиләһе имен килеш табылыр тип ышана. Ирҙең өйөнән 5 октябрҙә сығып киткәнлеген күршеләренең видеокамераһы теркәгән. Ә телефоны, аҡсаһы, асҡыстары аш бүлмәһендәге өҫтәлдә ятып ҡалған. Бер ҙә алыҫҡа юлланғанға оҡшамаған.

"Бөгөн эшкә сығырға тейеш ине, тик бармаған. Уҙған аҙнала көндөҙгө сменала үҙен алмаштырыуҙарын һораған, ә кис эсеп килгән. Быға тиклем ул эшкә яуаплы ҡарай ине. Йәкшәмбе атаһы килгәндә лә өҫтәлендә араҡы шешәләре торған. Быны күреп, атай кеше улын әрләп ташлаған, ә ул өндәшмәй генә тыңлаған. Һәм таң алдынан сығып киткән. Беҙ уны әсәһенең ҡәберенә (дүрт йыл элек рактан үлгән әсәһенең 4 октябрҙә тыуған көнө) киткәндер тип уйланыҡ тәүҙә. Унда ла эҙе лә юҡ.

Яҡындарының һүҙҙәренә ҡарағанда, Михаилдың ҡатыны ла, балалары ла юҡ. Улар - атаһы һәм әсәһе менән бергә - 2016 йылда Вологданан Иглинға күсеп килгәндәр.

Михаилды эҙләп, тимер юл буйҙарын, вокзалдарҙы ҡарап сығалар, уны күреүсе лә табылмаған. Яҡындары әйтеүенсә, элек ир эсмәгән, бындай хәлгә лә тарығаны булмаған.

Билдәләре: буйы 175 см, ҡаҡса буйлы, зәңгәр күҙле. Яҡтыртҡыс таҫма тегелгән ҡара-зәңгәр куртка, ҡара-һоро салбар, ҡара-һоро ботинка кейгән.
Михаил тураһында берәй мәғлүмәт белеүсе булһа, 112 һандарына йәки ирекмәндәргә (88007005452), йә туғандарына (89659334840) шылтыратыуығыҙ һорала.

Фото: "Лиза-Алерт".
Читайте нас