Йәмғиәт
11 Октябрь 2020, 09:00

Ел ҡайһы яҡтан иҫә?

Редакцияға шылтыратҡан ағайҙың тауышы бик ҡәтғи яңғыраны: "Яңылыҡтар бүлегеме? Бөгөнгө һанда сыҡҡан һауа торошон һеҙ әҙерләнегеҙме?!"

Гәзиттә, бигерәк тә ҙур күләмле баҫмала, хаталарһыҙ булмай тормайҙыр – көнөнә меңдәрсә хәрефте сүпләгәндә яңылышып китеү бик ихтимал – беҙ, гәзит хеҙмәткәрҙәре лә, ҡәҙимге кешеләр бит.
Быны булдырмау өсөн күп көс түгелә: материалдар бихисап ҡул аша үтә, редакцияның төрлө белгестәре уны ҡат-ҡат тикшерә. Артабан номерҙа баҫылаһы материалды корректорҙар, номер буйынса дежур хеҙмәткәр тағы бер нисә ҡабат уҡып сыға. Ҡыҫҡаһы, һәр материал шундай ҡат­марлы юл үтә. Әммә... Ошо урында хатаға бәйле бер хәлде һөйләп үтеү фарыз.
...Бынан тиҫтә йыл самаһы элек булғайны был хәл. Көҙ ине буғай. Эш көнө башланып ҡына тора. Телефон. Шылтыратҡан кеше менән оҙаҡ ҡына тоташтыралар – йыраҡтан, берәй райондан бәйләнешкә сыҡҡанлығы аңлашылып тора. Ағайҙың тауышы бик ҡәтғи яңғырай:
– Яңылыҡтар бүлегеме? Бөгөнгө һанда сыҡҡан һауа торошон һеҙ әҙерләнегеҙме?!
Мөмкин тиклем итәғәтлерәк яуап бирергә тырышабыҙ:
– Һаумыһығыҙ. Иң тәүҙә үҙегеҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине, ағай: ҡайһы яҡтан шылтыратаһығыҙ, кем булаһығыҙ?
– Юҡ, исемемде атап тормайым, фәлән райондан мин. Гәзиттә хата киткән! Һауа торошонда.
– Һауа температураһын дөрөҫ күрһәтмәнекме икән?
– “Ел көньяҡ-көнсығыштан иҫә” тип яҙғанһығыҙ, ә ысынында ул төньяҡ-көнсығыштан булырға тейеш! Телевизорҙан тыңланым, башҡа баҫма менән сағыштырҙым, – тип шылтыратыусы дөрөҫлөгөн йөпләп ҡуя.
Киләсәктә һис шикһеҙ иғтибарлыраҡ булырға вәғәҙә итеп, йыбанмайынса, аҡсаһын, ваҡытын, нервыларын (ағай ҡыҙып китергә күп һорамай ине) йәлләмәйенсә алыҫтан шылтыратҡан кеше менән ипле генә итеп хушлашабыҙ. Унан хеҙмәттәш менән бер-беребеҙгә ҡарап бер аҙ аптырашып ултырабыҙ. Ярай, “т” хәрефе урынына яңылыш “к” киткән дә ти, әммә йүгәнһеҙ елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнлеге шул тиклем дә мөһим икәнлеген аңларға тырышып, хайран булдыҡ әле бер килке. Әммә был хәл эҙемтәһеҙ үтмәне: артабан, елдең ҡайҙан иҫерендә шик булһа, “йүнәлешен үҙгәртеүсән” тип яҙырға тура килде.
Фото: avatars.mds.yandex.net
Читайте нас