Күгәрсен районы халҡы Республика көнөн матур саралар солғанышында гөрләп билдәләне.
9 октябрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге паркта үткән ҙур байрам Республика көнөнә, райондың – 90, Мораҡ ауылының 250 йыллығына арналды. Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, журналист-драматург Сәрүәр Сурина һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар иң тәүҙә Дан аллеяһындағы Әсә һәйкәленә сәскәләр һалды.
Парк биләмәһендә крайҙы өйрәнеү музейының, район ойошмалары һәм учреждениеларының, ауыл биләмәләренең күргәҙмәһе эшләне, сәй табындары, күңелле уйындар ойошторолдо.
Был көндә төрлө тармаҡ алдынғыларының фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй Дәүләт Думаһының, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, республика министрлыҡтарының, район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Ҡунаҡтар һәм район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев халыҡҡа ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Киске программа күңелле концерт һәм салют менән тамамланды.
Башҡортостан Республикаһы көнөнә һәм райондың 90 йыллыҡ юбилейына арналған саралар барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә үтте. Мәҫәлән, Сапыҡ халҡы ошо матур байрамдарға ҡушып, мәсет асылыуҙың биш йыллығын да билдәләне. Сарала ҡатнашыусылар тәүҙә Еңеүҙең 75 йыллығына арнап булдырылған аллеяға ағастар ултыртты. Ауыл клубы алдында байрам йәрминкәһе һәм концерт ойошторолдо.
Шулай уҡ байрам көндәрендә, “Мәктәптәргә – спорт көрәше” программаһына ярашлы, Күгәрсен мәктәбендә милли көрәш залы асылды.
Фотолар: Күгәрсен районы хакимиәте.