Донъяла эпидемиологик хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан үҙенең төп дәүләт байрамын – Республика көнөн билдәләмәй ҡалманы. Әлбиттә, сикләүҙәр арҡаһында байрам саралары киң үткәрелмәне, уларҙың күпселеге асыҡ һауала ойошторолдо.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы йыйылыш булды. Доклад менән республика Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.
Төбәк етәксеһе иң башта ауыл хужалығы һәм сәнәғәт предприятиелары эшселәренә, табиптарға, ғалимдарға, ижади интеллигенция вәкилдәренә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, республиканың үҫешенә өлөш индергән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәт әйтте.
– Беҙ Республика көнөн бик ауыр ваҡытта билдәләйбеҙ. Бөтә донъяға етди саҡырыу ташланған, уларға әҙер яуаптар һәм ҡарарҙар юҡ. Пандемияға бәйле ҙур хәүеф бөтәбеҙ өсөн дә ныҡлыҡҡа имтихан булды. Әйтергә кәрәк, республика был һынауҙы лайыҡлы үтте, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республика был ҡатмарлы осорҙа, ярты йыл эсендә, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу һәм мохтаждарға ярҙам күрһәтеү буйынса уникаль тәжрибә тупланы.
– Рекордлы 55 көн эсендә беҙ Зубов ауылында яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөнөк һәм астыҡ. Эпидемияның иң көсөргәнешле мәлендә дауаханаларҙа өс меңдән ашыу урын әҙерләнек, йөҙәрләгән медицина белгесен, шул иҫәптән студенттарҙы яңынан уҡытып сығарҙыҡ. Ауыр шарттарҙа эшләгән табиптар ныҡлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтте. Уларҙың күбеһе аҙналар буйы клиникаларҙа йәшәне, “ҡыҙыл зона”ларҙа хеҙмәтләндерҙе. Башҡортостандың туғыҙ табибы тәүгеләрҙән булып илдең иң юғары медицина наградаһына – Пирогов орденына лайыҡ булды. Беҙҙең төбәк халҡы һәр ваҡыт кеше бәләһенә битараф түгеллеге менән айырылып тора. Шуға күрә мохтажлыҡ булыу менән табиптар хеҙмәт командировкаларына – Ҡарасәй-Черкес, Амур өлкәләренә, Абхазия һәм Ҡырғыҙстанға юлланды, – тине Радий Фәрит улы, табиптарҙың хеҙмәтен юғары баһалап.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, ауыр шарттарҙа республиканың идара итеү системаһы ла һөҙөмтәле эшләне.
– Бөтә ҡарарҙарҙы ла беҙ ил Президенты биргән вәкәләттәр сиктәрендә үҙебеҙ ҡабул иттек. Эпидемиологик хәлгә һығылмалы реакция күрһәттек, иҡтисад һәм социаль өлкәләге хәлдәр өсөн тулы яуаплылыҡ алдыҡ. Һөҙөмтәлә был осорҙо ҡурҡыныс эҙемтәләрһеҙ үткәреп ебәрҙек, һаулыҡ һаҡлау системаһының “емерелеүе”нә юл ҡуйманыҡ. Ситтә тороп ҡалған вахтасыларҙы һәм туристарҙы алып ҡайтып, обсерваторҙарға урынлаштырҙыҡ. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ һәм киләсәктә лә шулай буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Тик, нисек кенә булмаһын, Радий Фәрит улы белдереүенсә, әлегә коронавирус һаман сигенмәй, һәм республика һәр осраҡҡа ла әҙер. Беренсе тапҡыр Башҡортостанда ҙур күләмдә яңы медицина техникаһы алынған: 14 компьютер томографы, ике ангиограф, биш магнит-резонанс томографы, ике нур терапияһы өсөн линиялы тиҙләткес. Республикала илдәге иң яҡшы радиология хеҙмәтенең береһе булдырылған.
Онкология диспансерының яңы корпусы һалынған, кардиоүҙәктә хирургия корпусы, онкогематологияның балалар үҙәге, ядролы медицина үҙәге төҙөлә. Йәнә рекордлы ваҡытта, 15 декабргә тиклем, Стәрлетамаҡта тағы бер йоғошло ауырыуҙар үҙәге барлыҡҡа килергә тейеш. 58 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле һатып алынған. Заманса реанимация модуле булған санитар авиацияһы хеҙмәт күрһәтә башланы.
“Ауыл медицинаһын үҫтереү буйынса ҙур эш алып барыла. Быйыл ғына 111 ФАП һәм өс табип амбулаторияһы асабыҙ”, – тине Радий Фәрит улы.
Проблемаларға ҡарамай, республиканың иҡтисады яйлап нығына башланы. Күп төбәктәрҙә инвестицияларҙың кәмеүе күҙәтелһә, беҙҙә тәүге ярты йыл эсендә уларҙың күләме туғыҙ процентҡа үҫкән.
– Был – бизнес өсөн ғәҙел ҡағиҙәләр булдырыуыбыҙ һөҙөмтәһе. Инвесторҙар беҙгә ышана һәм ҙур проекттарын тап Башҡортостанда тормошҡа ашырырға хәл итә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән “Алға” махсус иҡтисади зонаһы булдырылды. Пандемия осоронда эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең быға тиклем булмаған сараларын күрҙек, 50 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта бизнес субъекты ярҙам алды. Стратегик башланғыстар агентлығының Милли рейтингында былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан 16-сы урындан 9-сыға күтәрелде. Был –беҙҙең эшкә объектив баһа һәм инвесторҙарға сигнал: тимәк, Башҡортостанда эшләргә, инвестициялар һалырға була, – тине Радий Хәбиров.
Иҡтисади хәлдең яҡшырыуы миграция буйынса статистика менән нығытыла. Ғинуар - июнь айында ни бары 33 кеше киткән, былтыр иһә ошо ваҡытта был күрһәткес меңдән ашыу булған. Шул уҡ ваҡытта былтыр 2018 йыл менән сағыштырғанда миграция буйынса кәмеү өс мең кешегә ҡыҫҡарған булған.
– Беҙҙең бурыс – Башҡортостанды көслө иҡтисадлы, лайыҡлы түләнгән эш урындары булған иң күркәм төбәк итеү. Ауыл һәм ҡалаларыбыҙ матур, заманса, унда йәшәүе уңайлы булыуын теләйбеҙ. Икенсе йыл рәттән Башҡортостан бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы лидерҙары иҫәбендә. Быйыл федераль бюджеттан ярты миллиард һум аҡсаны Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Учалы ҡалалары, Воскресенский һәм Йылайыр ауылдары аласаҡ. Бөтә республика буйынса “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырабыҙ. Ҡала-ауылдарҙа парк һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндерәбеҙ. 2024 йылда үтәсәк юбилейына Өфө һиҙелерлек матурланасаҡ, үҙгәрәсәк. Был урам, майҙандар, парк-скверҙарға ҡағыла. Беҙҙең алда Черниковка һәм Затон, Дим һәм Сипайлово, Инорс һәм Шакшала йәшәгән кешеләргә уңайлыҡ булдырыу бурысы тора. Бөгөндән өфөләрҙең, баш ҡала ҡунаҡтарының “Бейеүсе торналар” фонтаны, “Тулҡын” скверы, “Беренсе Май” паркы яратҡан ял урындарына әүерелде, – тине Радий Хәбиров.
Хәтер һәм дан йылында Өфөнөң “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен алыуы ҡалабыҙҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн таныу булды. Барлыҡ республика кешеләре ил Президентының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүен ҙур шатлыҡ менән ҡабул итте. Әлеге ваҡытта Совет майҙанын төҙөкләндереү эштәре бик әүҙем бара, оҙаҡламай унда легендар комдивҡа һәйкәл барлыҡҡа киләсәк. Быйыл республика арҙаҡлы совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуҙы киң билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә Кәрим Хәкимов исемендәге халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм көнсығышты өйрәнеү институты булдырыу ҡарары ҡабул ителгән.
– Беҙҙең халыҡтың арҙаҡлы шәхестәре бик күп, улар тураһында хәтерҙе мәңге һаҡларға тейешбеҙ. Улар бөйөк эштәргә ҡанатландыра, улар өлгөһөндә беҙ йәштәрҙе тәрбиәләйбеҙ. Һәм был эш дауам итәсәк. Республика көнөндә мин үҙемә шундай һорау бирәм: Башҡортостан тағы ла матурыраҡ, тағы ла көслөрәк булһын өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ? Минеңсә, иң мөһиме – берҙәмлегебеҙҙе нығытыу! Әгәр бергәбеҙ икән, бер ниндәй пандемия ла, иҡтисади көрсөктәр ҙә ҡурҡыныс түгел. Бар һынауҙарҙы үтеп, тағы ла көслөрәк буласаҡбыҙ. Беҙ – киләсәккә ҡараш тотҡан республика. Киләсәккә ҙур һәм амбициялы пландар ҡуйылған. Мин беҙҙең талантлы, ҡурҡыу белмәҫ халҡыбыҙ менән ғорурланам. Бындай халыҡтың ҡулынан барыһы ла киләсәк тип ышанам. Алға, беҙҙең яратҡан республикабыҙ, алға, Башҡортостаным! – тип тамамланы сығышын Радий Хәбиров.
Артабан Радий Хәбиров Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.
“Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев бүләкләнде. Ул күп йылдар Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләгән кеше. Тап шул йылдарҙа баш ҡала яңы һулыш алды, иҡтисад, фән һәм мәҙәниәт үҙәгенә әүерелде. Республикала алынған тәжрибәһе, юғары профессионализмы унан илдәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге алдынғы белгес яһаған. Бөгөн Павел Рюрикович – Дәүләт Думаһы депутаты, закондар булдырыу кимәлендә Башҡортостандың мәнфәғәттәрен яҡлай. П.Р. Качкаев юғары награда өсөн һәм үҙенең остаздары – Өфө мэры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе Рәйесе булған Михаил Зайцев менән Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
“Остаздарым миңә бик күпте бирҙе, уларҙан мин кешеләр менән аралашырға өйрәндем. Бөгөн шундай ваҡыт – яңғыҙ бер нәмә лә ҡыла алмайһың, мин шундай командала эшләгәнемә шатмын”, – тине Павел Рюрикович.
Ошондай уҡ орден менән яҙыусы Рәшит Шәкүр бүләкләнде. Шәхесебеҙ үҙенең китаптарында Башҡортостандың матурлығын, тәбиғәтенең ҡабатланмаҫ гүзәллеген маҡтай. Уның шиғырҙары рус, украин, ҡаҙаҡ, төрөк, сыуаш, болгар, немец телдәренә тәржемә ителгән. Башҡорт халҡына мөхәббәте, уның тарихына, киләсәгенә битараф түгеллеге Рәшит Закир улының ижадында ярылып ята. Билдәле булыуынса, ул – Башҡортостан гимны авторҙарының береһе лә.
Совет һәм Рәсәй ғалимы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Айрат Шаммазов “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены кавалеры булды. Оҙаҡ йылдар дауамында ул республиканың ғына түгел, ә илдең алдынғы уҡыу йорттарының береһе булған Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры бурысын атҡарҙы. Абруйлы мәғариф учреждениеһы бөгөн дә илгә иң яҡшы кадрҙар әҙерләй.
“Пышка” компаниялар төркөмө генераль директоры Рәсимә Мусина Григорий Аксаков орденына лайыҡ булды. Ул – хәйриәсе, меценат, ҙур бизнесҡа нигеҙ һалған кеше. Фирмаһы башҡорт милли аш-һыуы брендына әйләнде, халыҡты урындағы етештереүселәрҙең экологик яҡтан таҙа тауары менән тәьмин итә. Рәсимә Әғзәм ҡыҙы йәмәғәт туҡланыуы системаһында 50 йыл эшләй. Ул хәйриә һәм социаль проекттарға әүҙем ярҙам итә.
Виктор Пчелинцев – дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре – шулай уҡ Григорий Аксаков ордены кавалеры булып танылды. Ул – яңы Башҡортостандың хоҡуҡи нигеҙҙәрен булдырыуға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергән кеше. Дәүләт хеҙмәтендә төрлө вазифаларҙа эшләгән саҡта, республика парламенты депутаты булғанда үҙ тәжрибәһе һәм белемен Башҡортостан халҡы мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтте.
Федераль министр юғары баһа бирҙе
Тантаналы йыйылышта республика халҡын байрам менән Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев та ҡотланы. Шулай уҡ ул алдынғы хеҙмәткәрҙәргә ведомство наградалары тапшырҙы.
Федераль министр Сибай ҡалаһы хакимиәтенә Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының еңеүсеһе билдәһен дә тапшырҙы.
Билдәле булыуынса, Владимир Якушев – беҙҙең яҡташыбыҙ, ул сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
“Дүрт ярым быуат элек Башҡортостан үҙ яҙмышын Рәсәй менән бәйләгән. Был ҡарар беҙҙең дәүләтселекте нығытыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә булған. 1919 йылда Башҡортостан РСФСР составындағы беренсе милли автономиялы республика тип таныла. Ә бөгөн беҙ республика дәүләтселегенең яңы тарихына 30 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ.
Башҡортостан – элек-электән Рәсәйҙең төп таяныстарының береһе һәм шулай булып ҡала ла. Шулай ҙа республиканың иң ҙур ҡаҙанышы, әлбиттә, кешеләре. Йөҙәр йыл дауамында дуҫлыҡ һәм теләктәшлектә йәшәгән күп милләтле халҡы”, – тине Владимир Якушев.
Федераль министр фекеренсә, бөгөн Башҡортостан – илдең иң уңышлы төбәктәренең береһе.
“Бында сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл хужалығы, мәғариф, фән тармаҡтары әүҙем үҫешә. Республика һәр ваҡыт үҙе алдына амбициялы бурыстар ҡуя. Граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу – Хөкүмәт эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе. Беҙ быны республиканың заманса үҫешенә ҡарап билдәләйбеҙ. Шуныһы мөһим – етди үҙгәрештәр Өфөлә генә түгел, ә ҡала-ауылдарҙа ла бара. Бар республикала яңы йорттар, балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар, спорт һәм мәҙәниәт объекттары төҙөлә. Былтыр ғына 50-һе сафҡа индерелгән, уларҙың күпселеге социаль йүнәлешле”, – тине Владимир Якушев.
Министр белдереүенсә, республикала ҡеүәтле төҙөлөш комплексы булдырылған һәм эшләй. Ул үҙ эсенә 12 мең подрядсы ойошманы, төҙөлөш индустрия предприятиеларын, проект ойошмаларын берләштерә. Тармаҡта 70 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итә.
“Коронавирусҡа бәйле эпидемиологик хәлгә һәм ҡабул итергә мәжбүр булған сикләүҙәргә ҡарамай, төҙөлөш өлкәһе ышаныслы үҫешә. Торлаҡ төҙөү буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙа килә һәм илдең граждандарҙы сифатлы, хәүефһеҙ торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән тәүге ун төбәк иҫәбендә”, – тине министр.
Владимир Якушев белдереүенсә, республикаға килгән һайын ул ыңғай үҙгәрештәрҙе күрә, халыҡтың асыҡлығын, йомартлығын тоя.
“Һеҙҙе тағы бер тапҡыр байрам менән ҡотлайым. Башҡортостан халҡына именлек, төбәктең артабан да сәскә атыуын теләйем”, – тине ул.
Билдәле яҡташтарға – сәскәләр
11 октябрҙә иртән төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡурай моңо аҫтында Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалды.
– Ҡәҙерле, Башҡортостан халҡы! Һеҙҙе ихлас күңелдән Республика көнө менән ҡотлайым! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, именлек теләйем, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙ был байрамды бик ҡатмарлы осорҙа ҡаршылайбыҙ. Шулай ҙа ышанам: бар һынауҙарҙы бергәләп еңеп сығасаҡбыҙ. Республикабыҙҙа барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Әйткәндәй, 11 октябрь көндө Өфөлә бер юлы ике байрам билдәләнде – Республика көнө һәм йәй ҡатмарлы эпидемиологик хәл арҡаһында ойошторолмай ҡалған Ҡала көнө. Шуға күрә баш ҡала майҙансыҡтарында күп төрлө матур һәм ҡыҙыҡлы саралар үткәрелде.
Шулай ҙа байрамдың иң ҙуры “Торатау” конгресс-холы амфитеатрында барҙы. Бында милли сәхнә һәм саҡырылған артистар ҡатнашлығындағы ҙур концерт ойошторолдо.
Сара флешмоб менән башланып китте – Республика дәүләт академия хор капеллаһы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары менән берлектә концертта йыйылғандар Башҡортостан Дәүләт гимнын башҡарҙы. Артабан амфитеатр “Урал батыр уты” асыҡ төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте марафонын ҡабул итте. Быға тиклем марафон республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында ҙур уңыш менән барҙы.
Тәүгеләрҙән булып Башҡортостан йондоҙҙары – “Зәйнетдин” шоу-проекты һәм Элвин Грей псевдонимы аҫтында йырлаған Радик Юлъяҡшин сығыш яһаны. Халыҡ уларҙың сығышын бик йылы ҡабул итте, улар менән бергәләп йырланы һәм бейене.
Ҡала йәштәре саҡырылған хип-хоп башҡарыусы Thomas Mraz сығышын да яратып ҡабул итте. Унан һуң иһә амфитеатрҙы рок-музыка яңғыратты – сәхнәгә “Lumen” төркөмө артистары килеп сыҡты.
Күптәрҙең иң көткәне ДДТ төркөмө һәм яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Юрий Шевчук булды, әлбиттә. Ул кисәнең хедлайнеры ине.
Кисә матур байрам салюты менән тамамланды.