Иҫәнбәт ауылында йәшәгән Наилә Илбулова менән уның әсәһе Зәйниза Уйылдан ҡыҙын ауылдаштары тап шулай тип йөрөтә. Уңған, тырыш ауыл ҡатындары йыл әйләнәһенә үҙҙәре етештергән ризыҡтарын, тәбиғәт бүләктәрен йыйып, уларҙы һатып, ярайһы ғына табыш ала.
Наилә менән Хәсән Илбуловтар – ауылда йәш һәм матур ғаиләләрҙең береһе. Улар башлыса мал иҫәбенә йәшәй, шуға күрә күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Йорт хужабикәһе көндәлек аҡты эшкәртеп өлгөртә, әсәһе уны баҙарға алып сыға. “Бер-береңә ярҙам иткәндә, йәшәүе лә рәхәт, эшең дә алға бара”, – ти улар.
– Йәй етеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алам, – тип һүҙ башланы Наилә ханым. – Бизнесымды еләк йыйып һатыуҙан башлап, бәшмәк менән тамамлап ҡуям. Хәҙер балалар ҙа ярҙамлаша, көнөнә бергәләшеп 7-8-әр биҙрә еләк йыйып, Сибайға алып барып һатып ҡайтҡан мәлдәр ҙә була. Һатыу менән генә булышмайбыҙ, үҙебеҙгә етәрлек ҡайнатма, компот, йәшелсәнән төрлө салаттар яһайбыҙ. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән ризыҡтарҙы баҙҙа урынлаштырырға ла урын ҡалмай. Ҡыш, бигерәк тә Яңы йыл байрамы алдынан, әҙерләгән әйберҙәребеҙҙе баҙарға алып сығабыҙ. Халыҡ яратып һатып ала, тоҙланған ҡыярҙарға яҙ башында һорау күп булһа, бәшмәктәр ҡышын да “һә” тигәнсә үтә.
“Урман бүләген” йыйыу еңелдән түгел икәнлеген еләк-емешкә, бәшмәккә йөрөүселәр яҡшы беләлер, моғайын. Был шөғөл шулай уҡ етеҙлек, оҫталыҡ талап итә, етмәһә, көндәлек табышыңды ҡалаға алып барып һатырға ла кәрәк, шунһыҙ уның йәме юғала. Былтыр ҙа, быйыл да ғаилә балаларын мәктәпкә кейем-һалым, уҡыу кәрәк-ярағы һатып алыу өсөн емеш-еләк һатыуҙан килгән аҡсаны тотонған. Балалар бәләкәйҙән үҙҙәре лә ата-әсәһенә, өләсәләренә ярҙамлашҡанға күрә, аҡсаның ҡәҙерен белеп үҫә. Ә улар ғаиләлә дүртәү – ике ҡыҙ һәм ике ул.
Ҡыҙының һүҙенә ҡеүәт өҫтәп, һөйләшеүгә Зәйниза Уйылдан ҡыҙы ла ҡушыла: “Ауылда ялҡауланмаһаң, бынамын тигән йәшәргә була. Кейәүем дә, ҡыҙым да бик уңған. Киләһе йыл өр-яңы йорт төҙөргә уйлайҙар, уныһы ла булыр. Тик Хоҙай сәләмәтлекте бирһен”, – ти.
Әсәле-ҡыҙлы “ауыл бизнесмендары” көҙгө урмандан күҙҙең яуын алыр ҡып-ҡыҙыл балан йыйып ҡайтҡанда, ҡомалаҡҡа тап булған. Тиҙҙән улар йәнә урманға ҡомалаҡ йыйырға барырға йыйына. Ә ҡомалаҡ икмәген бешереүселәр уларға алдан уҡ заказ биреп тә ҡуйған.
Бына шундай көндәлек мәшәҡәттәр менән мәж килә Иҫәнбәт ауылы “бизнесмендары”.