“Һылыуҡай – 2020” Бөтә Рәсәй матурлыҡ бәйгеһенең сираттағы һайлап алыу туры Мәскәү ҡалаһында үтте. Әйткәндәй, илебеҙҙең баш ҡалаһында был сара етенсе йыл рәттән ойошторола, шуға күрә уны традицион бәйге тип атарға була. Конкурста ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә Башҡортостанда тыуған. Улар Мәскәүгә йә уҡырға, йә эшләргә килгән.
Конкурсты асыу тантанаһында “Һылыуҡай – 2020” бәйгеһенең директоры Артур Әлибәков Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сығыш яһаны. Ул был сараның мөһимлеген әйтте һәм ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
Ҡыҙҙар һәр ваҡыттағыса үҙҙәрен бер нисә этапта күрһәтте. Ул – сәләмләү, дефиле, жюри һорауҙарына яуап биреү, ижади номерҙар күрһәтеү. Бәйгелә ҡатнашыусылар әҙерлектең бар этаптарын да үткән: бейеү дәрестәре, дефиле, сәхнә оҫталығы, биҙәүестәр эшләргә өйрәнеү, фотосессия һәм башҡалар.
Тамашасылар өсөн бәйгелә ҡатнашҡан ҡыҙҙар ғына түгел, ә Башҡортостан ҡунаҡтары ла сығыш яһаны. Улар Зилиә Бәхтиева, Илнур Рамазанов, Нәркәс Юлдашева һәм төрлө бейеү коллективтары.
Ҡыҙҙарҙың сығыштарын профессиональ жюри ағзалары баһаланы. Уның рәйесе Артур Әлибәков булды. Шулай уҡ ҡыҙҙарҙы “MTVmix” телеканалы директоры һәм бәйгенең башҡарма директоры Евгения Машко, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең әйҙәүсе белгесе Эльза Таныбаева, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Евгений Кравцов һәм башҡа бик күп абруйлы кешеләр баһаланы.
Бәйгелә ун ҡыҙ ҡатнашты. Еңеүсе булып 19 йәшлек Азалия Әмирова танылды. Ул Өфөлә үтәсәк конкурс финалында Мәскәү ҡалаһы өсөн көс һынашасаҡ. Беренсе урын Карина Йәрмәева (Нефтекама ҡалаһы), икенсе урын – Вәсилә Рәсүлова (Магнитогорск ҡалаһы) һәм өсөнсө урын Гөлфиә Хәфизовала (Көйөргәҙе районы).