Йәмғиәт
13 Октябрь 2020, 07:30

Радий Хәбиров яҡын дуҫын юғалтҡан

"Бик аҡыллы ине, бер йыл ғына йәшәне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик фажиғәле һәләк булды..."

Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль сәхифәһендә күңелһеҙ хәбәре менән уртаҡлашҡан.
Хәтерләһәгеҙ, бынан бер элек Радий Хәбиров үҙенең Фейсбук селтәрендәге сәхифәһендә яңы дуҫы - немец овчаркаһы Ланселот исемле эте менән фотоһын урынлаштырғайны. Шул эт үлгән.
"Ул (Ланселот) минең тормошомдағы иң яҡшы эттәрҙең береһе ине. Бик аҡылы ине, бер йыл ғына йәшәне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик фажиғәле һәләк булды", - тип уртаҡлаша Радий Хәбиров.
Шулай уҡ уларҙың ғаиләһендә тағы ла немец овчаркаһы барлыҡҡа килеүен дә өҫтәгән.
"Ҡатыным уның фотоһүрәтен социаль селтәргә ҡуйыуҙан ҡәтғи тыйҙы, күҙ тейеүҙән ҡурҡты", - тигән ул.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас