Баймаҡ районының Басай ауылында йәшәгән Рәйлә Сабитованы ауылдаштары уңған ҡатын булараҡ яҡшы белә. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ: бәйләүгә, сигеүгә маһир, тәмле итеп бешерергә лә ярата. Йәй етһә, урмандан ҡайтып инмәй: тәүҙә шифалы үләндәрен йыя, аҙаҡ еләк өлгөрә, артабан муйыл, сейә-баланын тирә, бәшмәгенә лә йөрөй. Әммә күптәр уны һыйыр ағынан төрлө ризыҡ етештереп, баҙарҙа һатып, ярайһы уҡ табыш алған уңған хужабикәләрҙең береһе тип белә.
Күрше Иҫәнбәт ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бәхетен ситтән эҙләмәй, күрше ауыл егете Фуат Зекериә улы менән сәстәрен-сәскә бәйләй. 1988 йылда өйләнешкән пар, Басай ауылында төпләнеп, матур донъя көтә. Бер-бер артлы дүрт балаға ғүмер бирәләр. Бөгөн ике ейәнсәрҙәре бар.
Ҡасандыр гөрләп торған колхоз-совхоздарҙың юҡҡа сығыуы, ауылда эшһеҙлек мәсьәләһе Басай ауылын да ситләтеп үтмәй. Тормош иптәше ҡырҙа йөрөп эшләгәнлектән, Рәйлә Рәшит ҡыҙының иңенә донъя мәшәҡәттәре йөгө һалына. Ишле мал көткән, күпләп ҡош-ҡорт аҫраған, йылҡы үрсеткән ғаилә һөттән төрлө ризыҡ эшләп һатыу менән шөғөлләнергә тотона.
Аҙнаһына ике тапҡыр Сибай баҙарына алып сығып, ҡорот, ҡаймаҡ, ҡыҙыл эремсек, май һата улар. Һыйлы көнөң һыйырҙа, тигәндәй, көндәлек аҡты эшкәртеп кенә өлгөр, етмәһә, үҙҙәренең клиенттары ла барлыҡҡа килә. Татлы һәм тәмле, сифатлы һәм хәләл ризыҡты һораусылар арта. Бер килгәндә генә 6-7 мең һум кеҫәгә кереп тә ята, йыбанмай ағыңды эшкәртеп кенә өлгөр...
Ошо аҡсаға балаларҙы уҡытырға, йорт мәшәҡәттәренә тотонорға, яңы техника һатып алырға ла кәрәк. Егәрле ҡатын, иш янына ҡуш булһын тип, емеш-еләген дә, бәшмәген дә һата башлай. Көҙ бигерәк тә ҡала халҡында әлморон, энәлек, баланға һорау арта, бәшмәк һатып алырға теләүселәр ҙә күбәйә.
Көнөнә һигеҙ һыйырҙы ҡул менән һауып, уларҙың ағын эшкәртеп, һатырға өлгөргән Рәйлә Сабитованың уңғанлығына, ысынлап та, хайран ҡалырлыҡ!
Геройымдың һәр иртәһе һарайҙағы һигеҙ һыйырына иркәләп өндәшеүенән башлана. “Бигерәк тә иртәнге һиллекте ярып, биҙрәмә ағылған һөт тамсыларының “йырын” тыңларға яратам. Әйтерһең дә, һәүкәшем, ошо моңдо боҙорға теләмәгәндәй, әкренләп кенә көйшәүен дауам итә. Иртәнге һауындан һуң бер-бер артлы теҙелгән малҡайҙарымды һөйә-һөйә көтөүгә ҡыуам”, — тип шул тиклем ихласлыҡ менән көндәлек эшен тасуирлай ул.
Үҙем дә ауыл балаһы булараҡ, Рәйлә Рәшит ҡыҙының иңендә күпме эш ятҡанын яҡшы аңлайым, шуға күрә аҙна һайын Сибайға баҙарға барып, һөт ризыҡтарынан аҡса эшләү өсөн дә күпме тырышлыҡ талап ителеүен күңелем менән тойғандай булам.
– Бигерәк тә ҡыҙыл эремсегем ҙур һорау менән үтә, – тип йылмая хужабикә. Уны яһау серен миңә өләсәйем өйрәтте, аҙаҡ әсәйемдең эшләгәнен күреп үҫтем. Ҡыҙыл эремсекте яһау өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк, шуға күрә уны һатыусылар ҙа һирәк, әммә ихтыяж ҙур.
Тәмле ризыҡты һораусылар байтаҡ булғанлыҡтан, Рәйлә Сабитова уны әҙерләүгә айырым иғтибар бүлә. Пандемия осоронда ҡорот һатып алыусылар артҡан, ни тиһәң дә, халҡыбыҙҙың был шифалы ризығының киң дауалау үҙенсәлеген барыһы ла хәҙер яҡшы белә. Шулай уҡ май айының ҡояштай майын һораусылар ҙа етәрлек, ти ул.
Быйыл емеш-еләк мул булды. Тәбиғәт биргән байлыҡты йыбанмай йый ғына. Уңған кеше ике ялҡауҙың эшен башҡарыр, ти халыҡ. Бында ла Рәйлә ханыма тиңләшеүселәр булмағандыр, ул энәлек, муйыл, сейә ҡушып, эремсек эшләй, шунан телеңде йоторлоҡ тәмле талҡан яһай.
Бөгөн тап Рәйлә Сабитова кеүек ҡатындар ауыл тотҡаһына әүерелә бара. Үҙ донъяһын бағып ҡына ултырмай улар, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашырға өлгөрә. Ауылдың “Әхирәттәр” фольклор ансамбленең иң әүҙем ағзаһы ла, төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап йөрөгән гүзәл заттарҙың береһе лә ул. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡтың сағыу бер өлгөһө булған, матурлыҡ һәм нәзәкәтлектең асыҡ миҫалына әйләнгән ябай ауыл ҡатынының тырышлығына, уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел, шуға күрә ябай ауыл ҡатыны образын ниндәйҙер китаптарҙан, фильмдарҙан эҙләү кәрәкмәй, улар яныбыҙҙа ғына. Уларҙы күрә белергә генә кәрәк.