Республикала халыҡтың һаулығын хәстәрләүгә арналған сара дауам итә. Райондарҙа төрлө белгес-табиптарҙан торған бригадалар ҡабул итеүҙәр алып бара. Мәғлүм булғанынса, акцияла күсмә ФАПтар, Һаулыҡ үҙәктәре, флюорограф, маммографтар, Республика клиник дауаханаһы менән кардиология үҙәгенең диагностикалау үҙәктәре, республика стоматология поликлиникаһының күсмә модуле ҡатнаша.
Акция башланғандан алып бөгөнгә ҡәҙәр 23315 кеше табиптарҙан ҡаралған, 13 612 тикшереү үткәрелгән, шулар иҫәбендә – 9625 флюорография, 3987 маммография. Социаль әһәмиәтле ауырыуҙарға шикле булған бар кеше лә диагноздарын асыҡлау, артабан дауалау өсөн өҫтәмә тикшереүҙәргә йүнәлтелде, күҙәтеүгә алынды.
Медиктарҙан торған бригадалар республиканың биш районында графикка ярашлы рәүештә эште дауам итә, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Өфө йүнәлеше –Саҡмағош районында (13–16 октябрь);
Дыуан маршруты – Дыуанда (13–30 октябрь);
Нефтекама йүнәлеше – Нефтекама ҡалаһында (13–16 октябрь);
Октябрьский йүнәлеше – Миәкә районында (13–16 октябрь);
Стәрлетамаҡ маршруты – Көйөргәҙе районында (13–16 октябрь);
6-сы, Белорет, йүнәлешендә эш тамамланды.
Акция тураһында халыҡҡа матбуғат саралары аша хәбәр итеү ойошторолған. Табиптарға яҙылырға кәрәкмәй, сөнки ҡабул итеү сират буйынса атҡарыла.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы 10 ноябргә тиклем дауам итә.