Йәмғиәт
14 Октябрь 2020, 17:00

Совет майҙанында эш дауам итә

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ янындағы студенттар скверы, Н. Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбе алды тиҙҙән бер стилдә буласаҡ.

Өфөләге Совет майҙаны һәм уның эргәһендәге биләмә – Студенттар скверы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Н. Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбе алды – проектҡа ярашлы төҙөкләндерелә. Тиҙҙән улар бер стилдә буласаҡ.
Подрядсы ойошма вәкиле һүҙҙәренә ҡарағанда, эштәр раҫланған графикка ярашлы бара, 2020 йылдың декабрендә тамамланасаҡ.
Проект документтарына ярашлы, яҡтылыҡтан һәм музыканан торған фонтан ҡуйыу, япмаларҙы алмаштырыу кеүек эштәр ҡаралған. Шулай уҡ ултыртылған ағастары булған йәшел зоналар төҙөкләндереләсәк. Эштәр тамамланғас, был заманса биләмәне ял көндәрендә йәйәүлеләр йөрөү өсөн генә итеп ҡалдырмаҡсылар. Зона боллардтар – автоматлаштырылған юл бикләгестәре – менән сикләнәсәк.
Әле эштәр әүҙем бара. Айырым алғанда, бөгөн фонтан менән бәйле барлыҡ инженер коммуникациялары атҡарылған. “Фонтандың тимер-бетон корпусы ла эшләнде. Унда барлыҡ ҡоролмалар ҙа ҡуйылған. Фонтанды эшләтеп ебәреү өсөн әҙерлек эштәре бара”, – тип белдерҙе “Башҡортостаннефтезаводстрой” генераль подрядсы тресы генераль директоры Алексей Попенов.
Майҙан үҙе һәм Пушкин урамынан - Октябрь революцияһына, Ленин урамынан Цюрупа урамына тиклемге участкалар ремонтланасаҡ. Был эштәр 2021 йылдың 30 сентябренә тиклем барасаҡ. “Барлыҡ ер аҫты коммуникациялары беҙҙең проект буйынса һалынған. Совет урамындағы юлда эштәр бара. Параллель рәүештә Пушкин һәм Совет урамындағы тротуарҙар нығытыла", – тип белдерҙе “Дортрансстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең участка начальнигы Илмир Ҡолһарин.
Бында заманса эскәмйәләр, сүп-сар өсөн һауыттар, урам фонарҙары барлыҡҡа киләсәк. Әйткәндәй, Совет майҙанын яңыртҡанда подрядсылар республика етештереүселәренең продукцияһын, шул иҫәптән Учалы гранитын файҙалана.
Майҙанды йәшелләндереүгә килгәндә, рулон газондар ҡуйыу, бейеклеге 3,5 метр булған ағастар ултыртыу ҡаралған. Айырып әйткәндә, урындағы тупраҡ һәм экология шарттарына яраҡлы саған менән сауыр (туя) ултыртыласаҡ. Был йәшелләндереү эштәре ҡаланың тирә-яҡ мөхите менән төҙөкләндереү элементтарының стиль берҙәмлеген барлыҡҡа килтерәсәк.
Хәтерегеҙҙә төшөрәбеҙ: проектҡа ярашлы, Совет майҙанының үҙәгендә Рәсәй Геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла. Һис шикһеҙ, яңыртылған майҙан өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан урынына әйләнәсәк.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас