Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Алексей Гусевты, биләгән вазифаһынан бушатып, Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Төрлө йылдарҙа Коломна ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы, Мәскәүҙәге “Телеком Т3” йәмғиәтендә менеджер, төркөм етәксеһе, “Интраск” йәмғиәтендә башҡарма директор, Мәскәү өлкәһенең Химки ҡалаһында “АнЗаСт” предприятиеһы генераль директоры, Мәктәптә туҡланыу комбинаты етәксеһе булып эшләй. 2019 – 2020 йылдарҙа – Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, комитет рәйесе.