Йәмғиәт
15 Октябрь 2020, 14:00

Өфө рестораторҙары хоспистарға ярҙам итә

Бер сынаяҡ сәй йәки ҡәһүә һатып алыу ҙа ҙур ярҙам була ала

Өфөләге ете ресторан хужаһы хоспис пациенттарына ярҙам йөҙөнән бер ай буйы ҡунаҡтарға үҙенсәлекле эсемлек һәм тәмлекәстәр тәҡдим итергә хәл иткән. Был акция 10 октябрҙә булып үткән Бөтә донъя паллиатив һәм хоспис ярҙамы көнөнә арнала.
Мәҫәлән, Рianocafe8 сәтләүек һәм шоколад ҡушып бешерелгән печенье һатырға иҫәп тота. ⠀
"КлюкоVка", MyBAR и MyBAR-караоке барҙары сәй менән ҡәһүә һатыуҙан килгән аҡсаны ауыр сирле кешеләр иҫәбенә күсерергә ниәтләй.
Н2О компанияһы менән "Smoky People" рестораны һатылған һәр сынаяҡ ҡәһүәнән килгән аҡсаның бер өлөшөн бирәсәк.
“Питерса шаурма” һәр десертты һатҡандан алған килеменең 1-әр һумы, ә “Дорадо” рестораны чизкейк һатҡан аҡса менән бүлешергә иҫәпләй.
”Ошо туҡланыу урындарында заказ эшләп, һеҙ дауалап булмай торған сир менән яфаланыусыларға ярҙам итә алаһығыҙ, – ти “Өфө хосписы” медицина ойошмаһы координаторы Виктория Богушевская. – Хәйриәлектән үҙебеҙҙе әллә ҡайҙа, алыҫта торған, ул беҙҙең хәлдән килмәҫ кеүек хис итһәк тә, бер сынаяҡ сәй йәки ҡәһүә һатып алып ҡына ла мохтаждарға ярҙам итергә мөмкин”.⠀
Акция 10 ноябргә тиклем бара.
Читайте нас