Сәлих – Исем ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың береһе. Ауыл бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, быйыл халыҡ берҙәм рәүештә “Айыҡ ауыл-2020” конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән.
Ауыл тормошо, халыҡтың йәшәйеше һәм көнкүреше, “Айыҡ ауыл-2020” конкурсына ярашлы алып барылған эштәр тураһында ауылдың әүҙем йәмәғәтсеһе Клара Байғазакова һөйләй:
– Эйек менән Наҡаҫ йылғалары ҡушылған хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан беҙҙең Сәлих ауылы. Ауыл – үҙенә күрә оло бер ғаилә кеүек. Татыу, эшсән, берҙәм һәм дәррәү кешеләр йәшәй. Шөкөр, йәштәр ауылда ҡала. Улар матур итеп йорттар һала, ауыл йылдан-йыл матурая.
Ауылдаштар бына тигән итеп донъя көтә, балалар үҫтерә, мал-тыуар аҫрай. Эшһеҙҙәр юҡ тип әйтер инем, сөнки һәр кемдең үҙ шөғөлө бар. Кемдер – баҡсасылыҡ, икенселәр – умартасылыҡ, өсөнсөләр ҡул эштәре менән дан алған.
Ауылымдың уңған кешеләренең береһе Тәлғәт Хөснулла улы Сәлиховтың ҡулынан килмәгән эш юҡ. Ул – һөнәре буйынса уҡытыусы, ҡул эштәренә лә оҫта. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән кеүек, уның ҡулындағы тимер ҙә төрлө һындар яһап бөгөлә ала. Биҙәкле тимер ҡапҡаны ла, йорт эргәһендәге эскәмйәне лә, бесән сабыу өсөн кәрәк-яраҡтарҙы, тағылмаларҙы, өй мебелен, хатта тротуар өсөн таштарҙы ла үҙ ҡулдары менән эшләй.
Шулай уҡ Рәмил Камил улы Байғаҙаҡов тураһында ла әйтергә кәрәк. Ул ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Беҙҙең тирә-яҡта балы менән дан ҡаҙанған кеше ул. Маҡтауға лайыҡ ауылдаштарға “Афарин!” тип кенә әйтергә ҡала.
Сәлих ауылында оҙаҡ йылдар бергә ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән парҙар ҙа бихисап. Татыу ғүмер иткән Өпөлхаҡ Абдулхаҡ улы менән Ғәфирә Сәйфулла ҡыҙы Сәлиховтар ғаиләһе менән таныштырғым килә. Уларҙың бергә йәшәүенә 62 йыл. Дүрт балаға ғүмер биреп, уларҙы уҡытып, юғары белемле белгестәр итеп үҫтерҙеләр.
Өпөлхаҡ абзый ғүмер буйы “Исем” совхозында бригадир һәм идарасы булып эшләне. Совхоз ваҡытында эш гөрләп торған, шулай булғас, ул таңдан алып кискә тиклем эштә булған. Ғәфирә еңгәй “Исем” совхозының “Ураҡ һәм Сүкеш” бүлексәһендә сусҡа ҡараусы булған. Өпөлхаҡ абзыйҙың әсәһе Мәстүрә инәй йәштәргә донъя көтөшә, дүрт баланы ҡарашып үҫтерешә. Улар бик тырышып донъя көтә, эшкә генә бирелеп ҡалмай, өйҙәрендә мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт аҫрай, гөрләтеп баҡса үҫтерә. Әлеге көндә улар хаҡлы ялда. Ауылда иң күп гәзит-журнал алдырыусылар булып һаналалар. Хәҙерге көндә лә мал аҫрап, баҡса үҫтереп йәшәйҙәр. Балалары ғаиләләре менән ата-әсә эргәһенә йыш ҡына ҡайтып йөрөй, һәр ваҡыт ярҙам итеп тора. “Ауылыбыҙ “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашыуға беҙ бик шатбыҙ. Йәштәргә эскелеккә юл ҡуймаҫҡа һәйбәт сара булып тора”, - ти Сәлиховтар.
Ауылыбыҙҙың еңгәйҙәре һәм апайҙары төрлө ҡул эштәренә маһир. Улар мамыҡ шәлдәр, йөн ойоҡтар һәм ойоҡбаштар бәйләй, мәрйендән төрлө биҙәүестәр, сувенирҙар эшләй. Хужалыҡта күпләп ҡаҙ тоталар, һәр өйҙә тиерлек 20-50 баш ҡаҙ үҫтерәләр.
Беҙ күмәкләшеп өмәләр, йолалар, байрамдар һәм төрлө саралар ойошторабыҙ. Йыл әйләнәһендә бик күп эштәр эшләнде. Ауылыбыҙ төҙөк, матур булһын өсөн тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙарттыҡ. “Ағас ултырт – йәшәү бүләк ит!” акцияһында ҡатнашып, ауылыбыҙ тирәләй 200-ләгән шыршы үҫентеһе ултырттыҡ. Был изге эштә халыҡ әүҙем булды.
Республика көнөнә арнап, ауылда мото-велокросс үткәрҙек. Көн матур, йылы булды. Уҡыусылар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа кем – велосипедта, кем – мотоциклда ярышҡа әҙерләнеп килгән ине. Ярыш сәмле барҙы, еңеүселәр бүләктәр алып ҡыуанды. Аҙаҡтан спорт майҙансығында волейбол ярышы үтте.
Ауылыбыҙ бик матур ерҙә урынлашһа ла, тик беҙҙең ауыл клубы бик насар хәлдә. Киләсәктә яңы клублы ла булырбыҙ әле, тигән өмөтөбөҙ ҙә бар. Шуға күрә “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашыу тормошобоҙға тағын да сәм, йәм өҫтәп ебәрҙе. Бәлки, бәхет ысынлап та беҙгә йылмайыр!
Бына шулай донъя көтә сәлихтәр. Беҙҙә эшсән, тырыш халыҡ йәшәй, шуға күрә ауыл һүнмәйәсәк! Ауылдаштарым менән сикһеҙ ғорурланам!
Фотолар: Клара Байғазакова.