Йәмғиәт
16 Октябрь 2020, 14:00

Ҡалаларҙың йөҙө яңыра

Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “УрбанФест” ҡала мәҙәниәте фестивале сиктәрендә «Supernova» арт-илселеге дүрт йорттоң фасадын биҙәне.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “УрбанФест” ҡала мәҙәниәте фестивале сиктәрендә «Supernova» арт-илселеге дүрт йорттоң фасадын биҙәне.
«Supernova» арт-илселеге - Рәсәй һәм сит илдә үҙенең проекттары менән билдәле булған ижади төркөм. Улар 2018 йылда Ҡаҙанда үткән Бөтә донъя футбол буйынса чемпионатҡа ҡарай ҡаланы биҙәгәндәр ине. Быйыл яҙ ойошма Нефтекама ҡалаһында үткән “Меморандум” арт-фестивален үткәрҙе. Фестиваль һәм ҡатнашыусыларҙың эштәре Бөйөк Ватан һуғышына арналған ине.
«Supernova» августан башлап Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләй. Тәүгеләрҙән булып Щербаков урамы, 6 адресы буйынса урынлашҡан йорттоң фасады биҙәлде. Был урам Стәрле йылғаһы ярын төҙөкләндергән урындан үтә, стәрлетамаҡтар уны яңырыуҙың бер сағылышы итеп ҡабул итте.
Тағы ҡалалағы ике йорттоң фасады ҡала хакимиәте, халыҡ менән кәңәшләшкәндән һуң, Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналды. Ике картина ла 170-се уҡсылар дивизияһының тарихы менән бәйле һәм “Тыуған яҡҡа ҡайтыу” тип атала. Был дивизия һалдаттарының һөйәктәрен эҙәрмәндәр һаманға тиклем яу яландарында таба һәм тыуған ерҙәренә алып ҡайтып ерләй. Һүрәттәр һәр кемгә картинала таныш һындарҙы хәтерләтә, тарихи ваҡиғаны ҡайтанан уҡып сығыуға этәрә, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә.
Стәрлетамаҡтың үт күршеһе Салауатта ла яңырыу эштәре атҡарыла. Бында элекке һүрәттәрҙе һәм фасадтарҙы яңырталар.
- Ҡалалағы йорттарҙа һынландырылған күпселек фреска һәм мозаикалар үткән быуаттың 60-сы йылдарынан мираҫ булып ҡалған. Улар ошо мәлдең тарихын сағылдыра һәм асыҡ һауалағы музейҙы хәтерләтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең күҙ уларға шундай өйрәнгән, хатта үткәндә уларға иғтибар ҙа итмәйбеҙ шикелле. Шуға ошо фрескаларҙы яңыртып, яҡтылыҡ төшөрөп тағы бер һулыш өрөргә ҡарар иттек. Әлбиттә, ҡайһы берҙәрен яңыртыу өсөн ағастарҙы киҫергә тура килде. Әммә борсолмағыҙ, улар урынына яңыларын ултыртасаҡбыҙ, - тип белдерҙе Салауат ҡалаһы етәксеһе Игорь Миронов.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.
Читайте нас