Йәмғиәт
16 Октября 2020, 07:54

“Балаларыбыҙ – тормош биҙәге”

Исрафиловтар йортонда шат тауыштар тынмай.

Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында йәшәгән Әнисә һәм Хөрмәтулла Исрафиловтарҙың татыу ғаиләһендә өс ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләнә. “Балаларыбыҙ – тормош биҙәге, донъя йәме”, – ти улар.


Ауылға ингәс тә уларҙың ике ҡатлы күркәм йорто бар кешеләрҙе сәләмләп ҡаршылай. Өйҙәре лә, үҙҙәре лә, балалары ла ауылдаштарына бар яҡлап өлгө булып тора. Ун балалы ғаиләлә иң ҙуры булып донъяға килгән Хөрмәтулла Өммәт улы һәм ун балалы ғаиләлә бик иркә генә үҫкән иң төпсөк Әнисә Айрат ҡыҙы өйләнешкәс тә күп бала үҫтерергә хыяллана.
Муллаҡай ауылы ҡыҙы Әнисә Сибай педагогия колледжын тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Уҡытыусы булып эшләгән йәш һәм сибәр ҡыҙҙы кәләш итеп алырға теләгәндәр күп була. Буласаҡ ире менән ул уйламағанда осрашып, икеһе лә бер күреүҙән ғашиҡ була һәм танышыуҙарына егерме көн тигәндә өйләнешеп тә ҡуялар.
– 2001 йылда туйыбыҙ булды. Күптәр беҙҙең өйләнешеүгә аптырап та, шикләнеп тә ҡараны. Әммә аҙаҡтан һөйләшкәс, шул асыҡ­ланды: икебеҙгә лә ниндәйҙер бер эске тауыш “ошо һинең бәхетең” тип өндәшкән кеүек булған. Аллаға шөкөр, бер ваҡытта ла үкенгәнем булманы. Иремдең һөйөүе, үҙемдең көндән-көн уны нығыраҡ яратыуым тормошобоҙҙо бәхетле итә, донъябыҙҙы гөл-сәскәгә күмә. Балаларыбыҙҙың һәр береһе үҙенсә талантлы, уларҙың бар башланғысын күтәреп, һөнәрҙәрен үҫтереп торабыҙ, – ти бәхетле әсә.
Тормош иптәше Хөрмәтулла Өммәт улын был яҡтарҙа оҫта ҡуллы ир-ат булараҡ яҡшы белә­ләр. Бесән сабыу, уны тейәү өсөн махсус мини-трактор эшләп алһын­мы, башҡаларға ла яһаһынмы, картуф күмеү, уны йыйыу өсөн махсус ҡорамал төҙөһөнмө – барыһын да үҙ ҡулдары менән булдыра. Тимергә йән өрә, ти ундайҙар хаҡында халыҡ. Кәрәк икән, тимерҙе лә бөгә, ағасҡа ла төрлө биҙәктәр һала, таш эшен дә яҡшы белә. Беҙ барғанда ла оҫта ғаиләһенең йәшәйешен хәстәрләп эштә булып ҡалды.
Әнисә Айрат ҡыҙы Иҫәнбәт башланғыс мәктәбендә уҡыта, әле кескәй улдары менән декрет ялында. Иң өлкән ҡыҙҙары Нәркәс – Сибай күп профилле колледжы студенты, Мөхәмәт һәм Миләүшә – Баймаҡ лицей-интернатында, Гөлкәй ауылдағы мәктәптә белем ала, Салауат менән Тимерхан балалар баҡсаһына йөрөй.
Ике ҡатлы йорттарында бер ваҡытта ла балалар тауышы тын­маған, унан туғандары өҙөлмәгән, өҫтәлдәрендә һәр саҡ мул аш-һыу булған, йөҙҙәрендә гел йылмайыу балҡыған был ғаиләгә, ысынлап та, һоҡланырға ғына ҡала. Киләсәктә лә балалар ҡыуанысы, именлек теләйбеҙ, донъялары түңәрәк булһын, бәхеттәре ишелеп килһен!


Баймаҡ районы.
Читайте нас