Социаль приюттың элекке тәрбиәсеһе Әҙилә Нуруллинаға ҡарата ҡатыраҡ хөкөм ҡарары сығарылған. Мировой судтың һигеҙ мең һум штраф һалырға тигән ҡарарын бигерәк йомшаҡ тип табып, прокуратура тәрбиәсенең эшен ҡабаттан район судына ҡарауға ебәргәйне. Калинин районы судының ҡарары шундай: Нуруллинанан 15 мең һум штраф түләтергә һәм бер йыл буйы педагогик эшмәкәрлеккә яҡын ебәрмәҫкә.
Ултырышта Әҙилә ғәйебен тулыһынса танып, ҡылығына үкенеүен белдергән, судтан уны аңлауҙарын, ярлыҡауҙарын һәм ярашлы ҡарар сығарыуҙарын үтенгән. Ҡыҙ шулай уҡ биш ай һуҙымында тыныс йәшәй алмауын, урамда күренеү менән билдәһеҙ әҙәмдәрҙең уға янап ҡурҡытыуын, журналистарҙың баҫмаҡлауын һөйләгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: уны социаль приютҡа тейешле белеме булмаған көйө алғандар, унан алда төнгө клубтарҙа ир-ат тамашасы алдында бейеү менән шөғөлләнгән. Приюттағы балаларҙан көлөүен (туғыҙ йәшлек ҡыҙҙың ауыҙын скотч менән йәбештереп, ҡулына линейка менән һуҡҡан, туҡмайым тип ҡурҡытҡан, насар һүҙҙәр менән әрләгән), бер-береһе менән һуғыштырыуын видеоға төшөрөп, интернет киңлегенә һалғандан һуң тәрбиәсе менән хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡыҙыҡһынғайны.