Ауырғазы районы биләмәһе аша үткәндә юлдарҙың йылдың һәр миҙгелендә ҡараулы һәм тәртиптә булыуына иғтибар итәһең. Бында республиканың юл төҙөлөшө комплексы тармағында киң билдәле һәм бай тарихлы Ауырғазы юл төҙөү-ремонтлау идаралығының хеҙмәт өлөшө ҙур. Улар үҙҙәренең эше менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Тарихтан билдәле булыуынса, 1764 йылдың 18 февралендә императрица Екатерина II “Өфө – Ырымбур трактын төҙөү тураһында”ғы указ сығара. Был юл нәҡ Талбазы ауылы аша үтә. Уны хеҙмәтләндереүгә яҡын-тирәлә йәшәгән халыҡты йәлеп итәләр. Республикала райондар ойошторолғас, Ауырғазы район советы ҡарамағында төбәктә тәүгеләрҙән булып юл бүлеге барлыҡҡа килә.
Үткән быуаттың 30-сы йылдарында районда юл төҙөлөшө әүҙемләшә. Был мөһим эштә хеҙмәткә яраҡлы бөтә халыҡ ҡатнаша. Күмәк тырышлыҡ менән Талбазы – Дәүләкән, Талбазы – Семенкино, Талбазы – Аҡкүл һәм башҡа урындағы юлдар төҙөлә. Ә инде 70-се йылдар ил һәм республика тарихына юлһыҙлыҡты бөтөрөү осоро булып инә. Был дәүерҙә колхоз үҙәктәре төбәк биләмәһе аша үткән әлеге тарихи магистраль һәм район үҙәге менән тоташтырыла. Ишле – Атйетәр, Мостафа – Софья (Ғафури районы), Аҡкүл – Нуғаҙаҡ, Урал – Мораҙым юлдары шул йылдарҙа барлыҡҡа килә. Ғөмүмән, ул саҡта районда юл селтәрен төҙөү, республиканың башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, заманына ҡарата бик тә ҡоласлы бара, бының йәшәйештәге әһәмиәте тәү башлап Ауырғазы ерендә раҫлана.
Тарихи ысынбарлыҡ бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала. Юлдар – тормош артерияһы, тип юҡҡа ғына әйтелмәй бит. Ауырғазылар иһә үҙҙәренең ошо тарихына тоғролоҡ һаҡлай. Был уларҙың юл хужалығы тармағын үҫтереүҙә һәр саҡ алдынғылар рәтендә булырға ынтылышында асыҡ сағыла.
Предприятие ҡарамағында 530 километр оҙонлоғондағы юл селтәре иҫәпләнә. Уны ҡараулы, тәртиптә һәм төҙөк тотоу, юл ҡоролмаларының бөтөнлөгөн һаҡлау, хәрәкәт именлеген тәьмин итеү ҙур көс һәм тырышлыҡ талап итә. Хәҙер техника ағымы көслө, юлдарға ҙур көсөргәнеш төшә. Уларҙы яңыртып, төҙөкләндереп торғанда ғына хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтып була. Һуңғы тиҫтә йылда предприятие үҙ көсө менән Талбазы – Семенкин, Урал – Мораҙым, Культура – Төрөмбәт автомобиль юлдарын тулыһынса реконструкциялауға өлгәшкән.
Ғәмәлдәге юлдарҙы ремонтлау, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә яңы юлдар төҙөү буйынса күләмле эш башҡарғандар. Мәҫәлән, быйыл ғына Үтәймулла, Ҡорманай, Шланлы ауылдарында урамдар, шулай уҡ район биләмәһендә төҙөлөп килгән ике фельдшер-акушерлыҡ пункты биләмәләрендә асфальт һалғандар. Бер үк ваҡытта бер нисә ауылда урам юлдары күтәртелгән.
Юлдарҙы сифатлы итеп төҙөүгә һәм төҙөкләндереүгә коллективта һәр кем тырышлыҡ һала. Бында 60 кеше эшләй. Кадрҙар тотороҡло, улар бөгөн тармаҡтағы бөтә эш комплексын да башҡарырлыҡ белемгә һәм тәжрибәгә эйә. Икенсенән, техника паркының ҡеүәтле булыуы эш сифатына ла, тиҙлегенә лә ыңғай йоғонто яһай. Техника паркы йылдан-йыл яңыртыла һәм тулы ҡеүәтенә файҙаланыла.
Үткән йылда ғына өс берәмек яңы техника килтергәндәр. Предприятиеның уңышлы эшмәкәрлеге етәксенең идара итеү оҫталығына бәйле. Коллектив был яҡлап һәр замандарҙа ла уңды. Һуңғы өс тиҫтә йыл дауамында идаралыҡҡа исеме тармаҡта билдәле абруйлы шәхес Риф Рафиҡов етәкселек итте. Уның етәкселегендә предприятиеға иҡтисади көрсөк йылдарын да, конкурентлыҡ һынауҙарын да үтергә тура килде. Әммә Риф Ғилмулла улы үҙенең етәкселек оҫталығы менән предприятиены тотороҡло үҫеш юлына сығарыуға өлгәште. Быйыл лайыҡлы ялға сыҡҡанда үҙенә әҙерлекле алмаш ҡалдырҙы. Бөгөн предприятиеға йәш етәксе Артур Фәйзуллин идара итә.
Артур Яхъя улы әлегәсә райондың “Архитектура-төҙөлөш бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы булып эшләгән. Артур Фәйзуллинға коллектив ныҡлы ышаныс бағлай, сөнки уның тамырҙары ошо ерҙә. Юл комплексы тармағы заман һәм йәштәр менән бергә үҙгәрә. Донъя кимәлендәге юлдар һалыу – йәштәрҙең көслө иңендә.
Быйылғы хеҙмәт йылы инде тамамланыуға бара. Идаралыҡ коллективы уны уңышлы теүәлләп, киләһе йылда эш күләмен тағы ла арттырырға ниәтләй, сөнки бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.