Йәмғиәт
16 Октября 2020, 10:20

Фотоконкурс “Башҡортостан” гүзәле”

Мин – Гөлдәр Зөфәр ҡыҙы Хажиева. Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе – ҡара урманлы, бейек-бейек таулы, балыҡҡа бай Ҡариҙел йылғаһы, еләк-емешкә бай Ҡариҙел районының Яңы Аҡбүләк ауылында икенсе ҡыҙ булып донъяға ауаз һалғанмын.

Мин – Гөлдәр Зөфәр ҡыҙы Хажиева. Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе – ҡара урманлы, бейек-бейек таулы, балыҡҡа бай Ҡариҙел йылғаһы, еләк-емешкә бай Ҡариҙел районының Яңы Аҡбүләк ауылында икенсе ҡыҙ булып донъяға ауаз һалғанмын.
Бәләкәйҙән бейергә, йырларға яратам, спорт менән шөғөлләнәм. Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында белем алам.
Атай-әсәйем минең менән ғорурланһын, тип хыялланам. Яңы телдәр өйрәнеп, сит илдәргә сәйәхәт итергә теләйем.
“Тормошоң – үҙ ҡулыңда!” тигән тормош девизына таянып йәшәйем. Ысынлап та, тырышһаң, ҙур теләгең булһа, барыһы ла килеп сығасаҡ!
Бәйгелә һынау тотор өсөн тү­бәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: милли колоритлы, матур, сифатлы фото­һүрәтегеҙ менән бергә үҙе­геҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙаныш­тарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.
Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.
2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектә­рендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыу­ҡайы” номинацияһында билдә­ләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм фото­бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы гәзит календарын биҙәйәсәк.
Читайте нас