Йәмғиәт
16 Октябрь 2020, 08:01

Хәлдәр ҡатмарлаша...

1 декабргә тиклем күмәк саралар үткәрелмәйәсәк.

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлаша башланы. Сирләгән кешеләр һаны көндән-көн арта. Шуға күрә был аҙнала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һөйләшеүҙең ҙур өлөшө ошо инфекция менән көрәш сараларына бәйле булды.


Шулай ҙа иң тәүҙә яңыртылған Хөкүмәт составын тәҡдим иттеләр. Был Башҡортос­тан Хөкүмәтендә яңы Премьер-министр – Андрей Назаровты тәғәйенләү менән бәйле. Радий Хәбиров белдереүенсә, яңыр­тылған Хөкүмәткә әле булған ун вице-премьерҙың туғыҙы инде. Фәнүр Йәғәфәров иһә йәнә Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә эшләйәсәк. Бынан тыш, төбәк Хөкүмәтендә элекке кеүек үк Премьер-министрҙың ике беренсе урынбаҫары буласаҡ.
Тағы бер үҙгәреш ведомство­ларҙың исемдәренә арналды. Ошо көндән алып өс дәүләт комитеты министрлыҡҡа әйлән­дерелде. Төҙө­лөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты – Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы; Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты – Транспорт һәм юл хужалығы буйынса министрлыҡ; Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы булып китте. Бынан тыш, Хөкүмәт составына республиканың Үҫеш корпорацияһы һәм Стратегик эшләнмәләр үҙәге инәсәк.
Коронавирус менән көрәшкә әйләнеп ҡайтып, шуны билдәләргә була: республикала йәнә ҡайһы бер сикләүҙәр ғәмәлгә индерелә башланы. Мәҫәлән, Башҡортостанда мәктәп каникулын оҙайтыу тураһындағы ҡарар ҡабул ителде. Шулай итеп, уҡыусылар өсөн ял көндәре 19 октябрҙә үк башлана һәм 4 но­яб­ргә тиклем дауам итәсәк.
Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдере­үенсә, бөгөн 983 бала ОРВИ менән сирләй. 200 самаһы мәктәп уҡыусы­һына коронавирус диагнозы ҡу­йылған. Шулай уҡ 150 самаһы уҡытыу­сыла ошо уҡ диагноз. 4800 самаһы уҡыусы карантинда. Улар үҙҙәре сирләмәй, ни бары коронавирус менән ауырығандар менән бәйләнештә булғандар.

Тағы бер ҡарар – кәмендә 1 де­кабргә тиклем күп кешеләр ҡатнашҡан саралар үткәрелмәй торасаҡ.
– 1 декабргә тиклем сараларҙы үткәрмәҫкә йәки техник рәүештә генә ойошторорға ҡарар иттек. Әгәр саралар үтә мөһим икән, уларҙа күп кеше ҡатнаштырмаҫҡа һәм барлыҡ талаптарҙы үтәргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Китапхана һәм музейҙарҙа бер юлы 50-нән ашыу кеше индерелмәй. Театр һәм концерт ойошмалары ваҡытлыса гастролдәр һәм күсмә сараларға йөрөмәй. Көн һайын тармаҡта сирләп киткән кешеләрҙе тикшереп тороу ойошторолған.
Хәҙер хәлдәрҙең ҡатмарлашыуын иҫәпкә алып, министрлыҡ залдарҙы 30 процентҡа ғына тултырыу тәҡдиме менән сыҡты. Шулай уҡ төркөм менән шөғөлләнгән түңәрәктәрҙе үткәрмәй торорға, урам буйы сараларын ике тапҡырға ҡыҫҡартырға һәм мөмкин булғанса онлайн тәртиптә эшләргә тәҡдим итте. Ныҡ мөһим һәм кәрәкле саралар ғына үтәсәк.
Кәңәшмәлә сауҙа предприятиела­рының, йәмәғәт транспорты һәм социаль өлкә­ләрҙең инфекция менән көрәшкә әҙерлеге тураһында ла һөйләшеү булды.
Сауҙа һәм ҡулланыусылар хо­ҡуҡта­рын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдереүенсә, мониторинг һөҙөмтә­ләре буйынса, яңы шарттарҙа эшләүгә айырыуса ҙур сауҙа үҙәктәре әҙер. Ә был йәһәттән иң насар эш йәрминкәләрҙә һәм баҙарҙарҙа ойошторолған. Барыһы 54 мең объекттағы тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, 473 административ хоҡуҡ боҙоу буйынса эш ҡуҙғатылған.
Вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, ведомствоға ҡараған 20 социаль учреждение автономлы режимда эшләүен дауам итә. Пациенттарҙы ҡарау менән мәшғүл булмаған бөтә персонал да дистанцияла хеҙмәт­ләндерә. Был режим 15 ноябргә тиклем һаҡланасаҡ.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Монасипова белдереүенсә, ведомство йәмәғәт транспортында санитар талаптарҙы үтәүҙе даими тикшереп тора. Ул инфекция менән сирләгән кешеләрҙең артыуын иҫәптә тотоп, йәмәғәт туҡталыштары янында битлек һатыуҙы ойошторорға тәҡдим итте.
Кәңәшмәлә башҡа мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Көнүҙәк темаларҙың береһе – мәктәптә туҡланыу мәсьә­ләһе. Доклад менән республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡта­рын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев сығыш яһаны.

– Әгәр быға тиклем башланғыс класс уҡыусыларының 10 проценты ғына бушлай туҡланһа, 1 сентябрҙән алып уларҙың барыһы ла ошоға хоҡуҡлы, – тине Алексей Гусев. – Шулай уҡ һаулығы буйынса мөмкин­лектәре сикләнгән, инвалид балалар һәм социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләлә тәрбиәлән­гәндәр ҙә бушлай ашай. Уларҙың нисәнсе класта уҡығаны әһәмиәткә эйә түгел. Был яңылыҡ ғаилә бюджетын экономиялау ғына түгел, туҡланыу сифатын яҡшыртыу мөм­кинлеген дә бирҙе.
Дәүләт комитеты Башҡортостан Башлы­ғының Контроль идаралығы белгестәре менән берлектә мәктәптә туҡланыу сифатын даими тикшереп тора. Дөйөм алғанда, сентябрҙә 145 ялыу ҡаралған, ошо иҫәптә социаль селтәрҙәрҙә “Инцидент-менеджмент” системаһы теркәгәндәре лә бар.
Ата-әсәләр күтәргән төп проблемалар – бирелгән аҙыҡ-түлектең һыуыҡ булыуы, беренсе һәм икенсе сменала меню ассортиментының айырылыуы. Шулай уҡ аҙыҡтың тәменә бәйле ялыуҙар ҙа бар. Һәр осраҡ иғтибар менән өйрәнелә һәм, кәрәк булһа, дәүләт комитеты вәкилдәре мәктәпкә бара.
Радий Хәбиров республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына был йәһәттән сифатты контролдә тотоу буйынса ата-әсәләр комитеттары эшмәкәрлеген әүҙемләште­рергә ҡушты. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәтенә эште яҡшыртыу бурысы йөкмәтелде.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына медицина белгес­тәрен йәлеп итеү мәсьәләһе тағы бер мөһим тема ине. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдере­үенсә, ведомство айырыуса ҡытлыҡ кисерелгән 18 белгеслек буйынса исемлек төҙөгән. Был һөнәр эйә­ләренә дәүләт медицина ойошма­һына эшкә урынлашҡан саҡта бер миллион һум аҡса түләнәсәк. Быйыл ошо сара нигеҙендә 17 миллион һум бирелгән дә.
Белгестәрҙе ауыл ерендә эшләүгә йәлеп итеү маҡсатындағы программаны тормошҡа ашырыу дауам итә. Республика Хөкүмәте ҡарары менән “Ауыл табибы” буйынса түләү 1,5 тапҡырға артҡан һәм 1,5 миллион һум тәшкил итә. Алыҫ һәм барып етеүе ауыр булған ерҙә эшләгән белгестәр өсөн “Ауыл фельдшеры” программаһына ярашлы 750 мең һум түләнәсәк. Ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, халҡы 50 мең кешегә тиклемге бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән фельдшерҙар өсөн – 500 мең һум, табиптарға бер миллион һум түләү ҡаралған.

Читайте нас