Йәмғиәт
16 Октябрь 2020, 08:44

Күктәргә яҙылған яҙмыш

Күңел кисерештәре тураһындағы китап.

“Нәнәйем “бөтә яҙмышың күктәргә яҙыла” ти. Булмаҫ, тимә! Бөтә йыһанды аңлап ҡара! Әллә ниндәй нәмәләр йәшәгән йондоҙҙар булыуы ла ихтимал...”


Был юлдар Раевка ауылының Яңауыл биҫтәһендә йәшәгән Тимербай ағай Юнысовтың әле күптән түгел генә донъя күргән “Яҙмыш” исемле китабының төп геройы – “бөтмәҫ-төкәнмәҫ уйҙар ҡоло” Биктимерҙең яҙмыш тураһында уйланыуҙары. Йәмле Дим буйҙа­рында тыуып үҫкән шиғри күңелле егеттең бала сағы, хыялға бай йәшлек йылдары тураһында бер аҙ моңһоу хәтирәләре, тәүге һөйөү хистәре. Тыуған ил алдындағы бурыс, ысын ир-егеттәр дуҫлығы, тарихи үткәндәр, ауылдарыбыҙ, кешеләр яҙмышы тураһында мең төрлө уйҙар сылбыры...
Өфө ҡалаһының “Беренсе типография” нәшриәт йортонда баҫылып сыҡҡан был китапҡа, повестан тыш, авторҙың үҙе ижад иткән шиғырҙары ла ингән. Әйткәндәй, әҫәрҙең сюжеты, автобиографик мәғлүмәттәр менән тулыландырылып, ысынбар­лыҡтағы ваҡиғаларға үрелеп бара. Был, минеңсә, бик отошло алым, һәм шуға ла китап күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип уйлайым.
Шиғыр яҙған һәр кем шағир

түгел,

Һәр осҡан ҡош түгел

ыласын, –

тип яҙған бер шиғырында Тимербай Миңлебай улы. Үҙенең ижады тураһында ла ул бик баҫалҡы итеп, был бит яратҡан шөғөл генә, күңелдә булғанды теркәп, йөрәктән сыҡҡанды аҡ ҡағыҙ битенә төшөрөү, тип ябай итеп аңлатып ҡуйҙы. Ә беҙҙең башҡорт һәм татар телдә­рендә сыҡҡан район баҫмаһын уҡыусылар авторҙың ижады менән яҡшы таныш, сөнки уның шиғырҙары элегерәк гәзит биттәрендә йыш ҡына баҫылып торҙо.
Тимербай Юнысов күрше Миәкә районының Илсеғол ауылында тыуып үҫкән. Бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән. Ул да, ил күргәнде күреп, үҙ башынан кисереп үҫә. Ун ике йәшенән атайһыҙ ҡала.
– Тәүге шиғырҙарымды V класта уҡығанда яҙа башланым. Ул ваҡытта мәктәптә бик ҙур итеп, бөтә стенаны тултырып, гәзит сығара инек. Бына шунда иң башта минең ижад емештәремде ҡуя торғай­нылар. Шатлығым эсемә һыймай, әллә ниндәй ҙур шағирҙай, ҡанат­ланып йөрөйөм, – тип йылмайып иҫкә ала ул йылдарҙы Тимербай ағай.
Мәктәптән һуң ул Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, ун йыл тыуған ауылында балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Тап ошо осорҙа яҙмыш уны буласаҡ тормош юлдашы – Илсеғол ауылына практика үтергә килгән һылыу ҡыҙ Асия менән осраштыра. 1963 йылдың көҙөндә йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Бер аҙ алға китеп булһа ла шуны әйтәм: бөгөн улар бына 57 йыл инде бергә татыу ғүмер кисерә.
1975 йылда Юнысовтар Раевкаға күсеп килә. Тимербай Миңлебай улы эшсе йәштәр мәктәбендә уҡыта, артабан район комитетында, район-ара базала, кирбес заводында эшләй һәм ун туғыҙ йыл, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығында мастер була. Ветеран бөгөн дә хеҙмәт­тәштәре тураһында оло хөрмәт менән иҫкә ала, эргәһендә күп ваҡыт яҡшы кешеләр генә булыуына яҙмышына рәхмәт уҡый. Йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша ул, ике тапҡыр район Советы депутаты итеп һайлана. 1999 йылда намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Рес­публикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
– “Яҙмыш” повесы – йәшәйеше­беҙ, был тормошта үҙ булмышыңды, үҙ юлыңды табыу тураһындағы күңел кисерештәрем, уңыш-уңышһыҙлыҡтарым, шатлыҡ-көйө­нөстәрем сағылған художестволы әҫәр. Унда күп тиҫтерҙәрем, замандаштарым үҙҙәрен таныр, моғайын, – ти Тимербай ағай.
Эйе, бына шундай һәләтле, бай күңелле, һоҡланғыс кешеләр йәшәй арабыҙҙа. Көндәлек мәшәҡәттәр менән беҙ уларҙы, бәлки, баһалап та еткермәйбеҙҙер. Әммә мәңгелек ҡиммәттәрҙе, йәшәү мәғәнәһен, тирә-яғыбыҙҙың матурлығын тап шундай шәхестәр танырға ярҙам итә түгелме һуң? Хөрмәтле ветеранға ныҡлы һаулыҡ насип итһен һәм илһам ҡанаттары талмаһын.
Әлшәй районы.
Читайте нас