Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хәрби комиссариатының яңы етәксеһе Михаил Блажевич менән осрашты.
– Һеҙҙе Башҡортостанда сәләмләүемә шатмын. Беҙҙең комиссариатҡа барлыҡ ғүмерен Хәрби көстәрҙә хеҙмәт итеүгә арнаған кеше етәкселек итеүе ҡыуаныслы. Республикабыҙ ҙур, халыҡ әүҙем. Беҙҙә ғәскәри традициялар көслө, хәрби хеҙмәттең абруйы ҙур. Башҡортостан Рәсәй Оборона министрлығында яҡшы иҫәптә. Был эште уңышлы дауам итерһегеҙ тип ышанабыҙ. Рәхим итегеҙ! – тине Радий Хәбиров.
Михаил Блажевич яҡшы ҡабул иткәндәре өсөн республика Башлығына рәхмәт белдерҙе.
– Башҡортостан тарихы, миңә тиклем эшләгәндәрҙең ҡаҙаныштары менән танышмын. Бында саҡырылыш ҡеүәте юғары, һәм мин ошо эште лайыҡлы дауам итеү өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын. Бурыстар ҙур, яҡшыға ынтыласаҡбыҙ, – тине хәрби комисссар.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Федерацияһының оборона министры Сергей Шойгу Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары итеп полковник Михаил Блажевичты тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Быға тиклем республика хәрби комиссары булып эшләгән Игорь Харченко менән килешеү ваҡыты 1 августа ғәмәлдән сығыу сәбәпле, ул вазифаһынан китте.
Михаил Александрович Блажевич 1975 йылдың 21 майында Киев ҡалаһында тыуған. 1996 йылда – Санкт-Петербург юғары зенит ракета команда училищеһын, 2006 йылда Смоленскиҙа Хәрби академияны тамамлай. Себер, Мәскәү, Төньяҡ Кавказ, Үҙәк хәрби округы биләмәһендә хәрби хеҙмәтен үтәй. 2016 йылдың авгусынан 2020 йылдың сентябренә тиклем – Көньяҡ хәрби округында 67-се зенит ракета бригадаһы командиры. Төрлө миҙалдар менән бүләкләнгән.
Фото: РБ Башлығының рәсми сайтынан.