Йәмғиәт
16 Октябрь 2020, 08:35

Шифахана балҡып тора

Тәбиғәттең иң гүзәл мөйөшөндә урынлашҡан Учалы ҡалаһы үҙенең күркәмлеге менән айырылып тора. Йыл һайын уның биләмәһендә урынлашҡан предприятие, учреждение, ойошмалар араһында үҙ биналарын, тирә-яҡты төҙөкләндереү, йәшелләндереү, таҙа тотоу буйынса конкурстарҙың даими уҙғарылыуы ла быға үҙ өлөшөн индерә.

Тәбиғәттең иң гүзәл мөйөшөндә урынлашҡан Учалы ҡалаһы үҙенең күркәмлеге менән айырылып тора. Йыл һайын уның биләмәһендә урынлашҡан предприятие, учреждение, ойошмалар араһында үҙ биналарын, тирә-яҡты төҙөкләндереү, йәшелләндереү, таҙа тотоу буйынса конкурстарҙың даими уҙғарылыуы ла быға үҙ өлөшөн индерә.


Ҡалҡыу урында, Ташты-бейек тауы итәгендә урын алған “Урал” балалар шифаханаһы иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалмай – ҡалаға йәм биреп, әллә ҡайҙан балҡып тора ул. Учреждениеның матди-техник базаһын нығытыуға, бинаһының эске һәм тышҡы йөҙөн заманса формалаштырыуға, биләмәһен йәшелләндереүгә, төҙөкләндереүгә күп иғтибар бүленә бында.
Йыл әйләнәһенә балаларҙы ҡабул иткән шифахана 2000 йылда асыла, бөгөн ул Республика күп профилле һауыҡтырыу учрежде­ниеһы статусына эйә. Бында тын юлдары, ашҡаҙан-эсәк, йөрәк-ҡан, бәүел-енес, нервы ауырыуҙарынан яфаланған кешеләр һауыҡтырыла. Йылына ете йәштән алып 14 йәшкә тиклемге 1800 бәлиғ булмаған бала дауалана.
Һауыҡтырыуға мохтаждар диспансерлаштырыу һөҙөмтәләре буйынса участка педиатрҙары тарафынан билдәләнә, юлламалар Республика балалар клиник дауаханаһы аша таратыла.
Һауыҡтырыу процесында климат һәм батҡаҡ кеүек тәбиғи дауалау алымдары ҡулланыла.
Билдәле сәбәптәр арҡаһында, шифахана быйыл апрель–июль айҙарында балаларҙы ҡабул итмәне. Ситтән ҡайтҡан һәм сирлеләр менән аралашҡан учалылар өсөн ике аҙналыҡ карантин үтеү маҡсатында учреждение изолятор ролен үтәгән.

Август айынан “Урал” шифа­ханаһы балаларға йәнә ишеген асты.
– Бөтә санитария талаптары ла теүәл үтәлә. Ябыҡ тәртиптә эшләй­беҙ, килгән кешеләрҙең тән темпе­ратураһы үлсәнә. Битлектә, бирсәт­кәлә булыуҙары мотлаҡ. Процедуралар, дауалау үтеү өсөн сират теҙелмәй, һәр ерҙә социаль арауыҡ күҙәтелә. Дезинфекция саралары даими уҙғарыла. Бала­ларҙы күберәк саф һауала йөрө­төргә, төрлө сараларҙы ла тышта уҙғарырға тырышабыҙ, – ти учреж­дениеның баш табибы Рәмил Ғибәҙәтов.
Ике корпустан торған шифахана таҙа, йылы, зауыҡ менән йыһаз­лан­дырылған. Йыл һайын бында ре­монт уҙғарыла. Былтыр, мәҫә­лән, йылытыу системаһы тулы­һынса яңыртылған, яҡтыртҡыстар энергияны күп сарыф итмәгән төрөнә алмаштырылған. Республика бюджетынан бүленгән 800 мең һум аҡсаға спорт залында капиталь ремонт уҙғарылған, ҡоймалар яңыртылған.

Быйыл Башҡортостан ҡаҙна­һынан 1 миллион 600 мең һум аҡса бүленгән. Шуның 800 мең һумына төп корпус бинаһының фасады яңыртылған.
– Бина 70-се йылдар проекты буйынса төҙөлгәс, бөгөнгө талап­тарға яуап бирмәй ине. Асыҡ балкондар, беренсенән, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итһә, икенсенән, ҡыш йылыны һаҡламай, өсөнсөнән, бинаның тышҡы күренешен дә боҙа, шуға күрә уларҙы төрлө төҫтәге махсус быяла менән көпләнек, – ти баш табип.
Быға тиклем беренсе ҡатта тәҙрәләр бәләкәй булғас, яҡтылыҡ насар төшкән. Экономияланған аҡсаға үҙҙәренекен дә ҡушып, 23 тәҙрәне киңәйтеп, евро тибында­ғына алмаштырғас, бина бөтөнләй икенсе төҫ алған. Шулай уҡ бүлмә­ләрҙең ишектәре лә яңыртылған, һәр кабинетҡа яңы алтаҡталар эленгән.
Яҡтыртҡыстарға айырым иғтибар бүленә учреждениела. Йыл һайын өлөшләп улар энергияны күп сарыф итмәгәндәренә алмаштырыла. Һуңғы йылдарҙа ошо арҡала электр энергияһы өсөн түләү 28 процентҡа кәмегән. Киләһе йыл модулле ҡаҙанлыҡ урынлаш­тырмаҡсылар, бинаның артҡы өлөшөндәге балкондарҙы көпләүҙе дауам итмәкселәр.
Шифахана биләмәһе лә йылдан-йыл күркәмләнә. Яңы беседкалар, төрлө һындар, арт-объекттар ҡуйыла. Хеҙмәткәрҙәрҙең хәстәрлекле ҡулдары үҫтергән сәскәләр күҙҙең яуын алып, тирә-яҡҡа нур сәсә, түтәлдәр ҙә зауыҡ менән заманса итеп биҙәлә. Ә төндә учреждениены төрлө фонарҙар яҡтырта, бина әллә ҡайҙан балҡып күренә.
Балалар ойошмаһы предприятие, учреждение, ойошмалар ара­һында үҙ биналарын, биләмәләрен төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса конкурстарҙа йыл һайын призлы урындар яулай, Зауыҡлы биләмәләр йылында ла һынатмай.


Учалы ҡалаһы.
Читайте нас