Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте, Волгоград ҡалаһында илебеҙҙә тыйылған «Катиба Таухид валь-Джихад» донъя террорсылар ойошмаһының ике ағзаһы юҡ ителеүе тураһында белдерә.
Киң матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, эшмәкәрлектәре Сүриә биләмәһенән йүнәлтелеп торған кешеләр Волгоград ҡалаһында террор акттары планлаштыра. Тыйылған ойошмаға ҡараған террорсылар Үҙәк Азия илдәренән булған.
Ведомствонан хәбәр ителеүенсә, ойошма ағзалары шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Майкоп һәм Өфөлә лә ҡулға алынған.