Йәмғиәт
16 Октябрь 2020, 08:37

Уртаҡ ниәт, уртаҡ фекер – ғаилә нигеҙе

Әбйәлилдең тау-урман төбәге ауылдары элек-электән төҙөк, зауыҡлы йорттары менән айырылып тора. Күркәм көнкүрештәре, заманса йәшәйештәре менән республиканың иң матур ауылдарының береһе Амангилде һуңғы осорҙа тағы ла матурайҙы, бында йәшәүселәр йорт-ихатаны ғына түгел, ҡапҡа алдарын да төрлөсә биҙәп ҡуйыуға ҙур иғтибар бирә.

Әбйәлилдең тау-урман төбәге ауылдары элек-электән төҙөк, зауыҡлы йорттары менән айырылып тора. Күркәм көнкүрештәре, заманса йәшәйештәре менән республиканың иң матур ауылдарының береһе Амангилде һуңғы осорҙа тағы ла матурайҙы, бында йәшәүселәр йорт-ихатаны ғына түгел, ҡапҡа алдарын да төрлөсә биҙәп ҡуйыуға ҙур иғтибар бирә.


Мәҫәлән, Гөлгөнә менән Әсхәл Ямаловтарҙың өйө алдында “пальмалар” үҫеп ултыра... Шау сәскәле ҡапҡаға ингәс тә, ҡороп йығылған ҙур тирәктең тамырынан эшләнгән әкиәти “мәскәй әбейҙең аласығы”на күҙ төшә. Шул тиклем оҫта итеп, килештереп яһалған ул.
Ҡапҡа эсендәге бәләкәй йорт иһә музейҙы хәтерләтә.

— Әсәйем “айырым торам” ти­гәс, яныбыҙҙа уға йорт һалып, һыу индереп, санузел эш­лә­теп, аҫҡы урамдан күсереп алғайным. Уҙған йыл ул баҡый­лыҡҡа күсте. Йорт буш тормаһын өсөн, боронғо әйберҙәрҙе ошонда йыйып барам. Унда-бында йөрөгәндә осраған нәмәләрҙе алам, күрше-тирә, белгән кешеләр индереп бирә, — ти Әсхәл Сәйәх улы.
Был өйҙө хужа киләсәктә боронғо башҡорт йорто кеүек йыйыштырырға уйлай: урындыҡ һалырға, һандыҡ ултыртырға, юрған-ҡаралтылар өйөргә һ.б. «Музей» әле үк экспонаттарға бай: боронғо йышҡы, ҡулдан эшләнгән оҙон йышҡы, бизмән, ураҡ менән сүкеш, эйәр, ағас туҫтаҡ, ҡомған...
— Атайым тирә-яҡҡа даны таралған алтын ҡуллы кеше ине, боронғо оҫталар ҡулланған ҡора­мал­дарҙың күбеһе – унан ҡалған ҡомартҡы, — тип дауам итә мәҡә­ләм геройы. — Еңеүҙең 70 йыл­лығына “Мәңгелек ут” эшләгәйнем, ул электр уты ярҙамында яна, ауылдаштар концерт менән йөрөгәндә алып тора. “Мәңгелек ут” янында һалдат кейеме менән автоматтар ҙа урын алған.
Компьютер дисктарынан шыршы формаһында эшләнгән ҡулайлама ла бик үҙенсәлекле, электрға тоташтырһаң, дискылар өйрөлөп, сағыу уттары менән күҙҙең яуын алып тора. Оҫта ҡулында бер нәмә лә юҡҡа сыҡмай, һәр әйбер ҡулланыу таба.
Боронғо кашауай сананы хәҙерге заман материалдары менән үҙенсәлекле итеп яһай башлаған. Мотоблогын да уңайлы итеп үҙгәртеп алған. Ҡунаҡ йыйһаң, ғәҙәттә, ултыр­ғыстар етмәй, был мәсьәләне лә хәл итеү юлын тапҡан булдыҡлы хужа: таҡта ауыр була тип, ОСБ плитәләренән йәтеш эскәмйәләр эшләп, бер урынға элеп ҡуйған.
Оҙаҡ йылдар район юл ремонтлау-төҙөү идаралығында мастер булып хеҙмәт иткән Әсхәл Сәйәх улының сынъяһау донъяһы, йорт эсендәге һәр нәмә ҡойоп ҡуйғандай итеп эшләнгән.
— ДРСУ-ла бригадир, мастер булып эшләгәнендә Әсхәл Ямалов үҙен тәртипле, намыҫлы хеҙмәткәр итеп танытты. Яңы өй һала башлағас, эштән китте. Әммә уның бер ваҡытта ла эшһеҙ торғаны юҡтыр: үҙенә бына тигән йорт төҙөнө, кәртә-ҡураһы ла төҙөк. Оҫта булараҡ даны сыҡҡан кешегә заказдар ҙа килеп кенә тора. Ағас эшенә маһирлығы атаһынан күскән: совхоз төҙөлгәс, яңы асылған балалар баҡсаһына карауаттарҙы, өҫтәл-ултырғыстарҙы Сәйәх ағай эшләгәйне. Ул ҡыйыҡлап ябып, көпләп ҡуйған ҡоҙоҡ әле булһа урамға йәм биреп ултыра. Әсхәл татыу ғаиләһе, эшсән балалар тәрбиәләүе менән дә күптәргә үрнәк, — тип маҡтап бөтә алмай ауылдашын хеҙмәт ветераны Иштимер ағай Ғүмәров. Әлбиттә, ошо матур донъяны тағы ла күркәмерәк итеү, һаҡлау, йыйнаҡ итеп тотоу үҙе кеүек егәрле ҡатынынан да тора. Өйгә үтеү менән унан йылылыҡ бөркөлгәндәй, зауыҡлы итеп йыйыштырылған бөхтә бүлмәләрҙә һәр нәмә үҙ урынында булыуы күҙгә ташлана.
Юлдаш ауылы ҡыҙы менән бер һуҡмаҡтан иңгә-иң терәп үтеүҙә­ренә — 30 йыл. Амангилдегә ҡунаҡ­ҡа килгән Гөлгөнәне тәү күреүҙән оҡшатҡан Әсхәл тимерҙе ҡыҙыуын­да һуға: танышыуҙарына ике ай ҙа тулмай, ҡыҙҙы һората бара.
— Бәхетлемен. Тормош иптәшемдән уңдым. Ирем алтын ҡуллы, Аллаға шөкөр. Нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә. Өс улыбыҙ бар, кинйәбеҙ Имел быйыл икенсе класҡа бара. Ике өлкәнебеҙ — Тимур менән Байрам, иретеп йәбештереүсе һөнәрен алып, вахта ысулы менән Түбәнге Тагилда эшләй. Сәләмәт тормош яҡлы улар, ситтән тороп юғары уҡыу йортонда белем алалар. Был, әлбиттә, атай тәрбиәһе, — ти Гөлгөнә. — Үҙемә әсәй-атай тәрбиәһе эләкмәне, әсәйем яғынан Сафия өләсәйем ҡарап үҫтерҙе, бөтә ҡатын-ҡыҙ эшен өйрәтеүенә ҙур рәхмәт уға.
25 йыл һатыусы булған Гөлгөнә Асрар ҡыҙы бөгөн дә ошо һөнәренә тоғро, ул Амангилделә магазинда ауылдаштарын хеҙмәтләндерә. Ғаиләһендә һөйөклө әсәй, тормош иптәшенә тоғро ҡатын, ауылдаштары, туғандары өсөн һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, изге күңелле кеше ул.
Ауылдаштары был ғаиләне туған йәнле, ярҙамсыл булғаны өсөн дә хөрмәт итә. Үҙҙәренең туғандарын, яҡындарын ғына түгел, күрше-тирәләге ололарға ла берҙәй ихтирамлы, иғтибарлы улар.
Хужабикә яҡындарын тәм-том бешереп һыйларға ярата, бәйләмгә лә оҫта, баҡса тултырып үҫтергән йәшелсәһенән, еләк-емешенән төрлө салат, ҡайнатмалар әҙер­ләүгә әүәҫ, ихатаһын гөл-сәскәгә күмгән. Ул ғына ла түгел, Ямаловтар һарай тултырып мал-тыуар аҫрай, күпләп ҡош-ҡорт үҫтерә.
Улар ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Төҙөкләндереү өмәләренән ситтә ҡалмайҙар. Амангилделә урамдар араһында ойошторолған ижади конкурста ла йыр-моңға ғашиҡ Гөлгөнә менән Әсхәл Ямаловтар ауылдаштарын моңло, дәртле йырҙары менән һөйөндөргән.
Ғаиләлә ир менән ҡатын бер уй-ниәттә йәшәгәндә генә донъя алға бара. Ямаловтар ғаиләһе – быға асыҡ миҫал. Улар кеүек йәшәйештәре өлгөлө, берҙәм, татыу тағандар донъяны йәмләй.


Әбйәлил районы.
Читайте нас